9 май - Еңеү көнө
6 Май 2025, 15:00

Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...

Ике балаһы ғына иҫән ҡала тигәйнек бит инде, өләсәйемә тағы ла бала ҡайғыһы кисерергә яҙған: бер ҡыҙын – минең әсәйемде осраҡлы бер әҙәм урамда сәнсеп үлтерә, мине, бер йәшлек кенә ейәнсәрен, үҙе ҡарап үҫтерә ул. Мин уны әнкәй тип үҫтем. Аң кереп урамда уйнарға сыға башлағас ҡына, күрше әбейҙәр уның миңә әсәй түгел, ә өләсәй икәнлеген еткерҙе...  

Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...
Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...

Һуғыш... Ул күптәрҙең яҙмышын үҙгәрткән, селпәрәмә килтергән, белмәгән тарафтарға алып барып ташлаған, уйламаған кешеләр менән осраштырған, айырған, тағы осраштырған...

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулған йылда Илеш районы Ҡәҙер ауылында 1925 йылдың 15 майында тыуған өләсәйемдең – Тюмисова (ҡыҙ фамилияһы - Хәйертдинова) Мөслимә Ғәбдрәүф ҡыҙының исеме лә иҫкә алынырға лайыҡлы. Уның олаталары, атаһы ике һуғышта ҡатнашҡан, ире Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, үҙе лә шул йылдарҙа иң ауыр эштәрҙә йөрөп еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. 15 майҙа өләсәйемә паспорт буйынса 101, ысынында 100 йәш булыр ине.

Өләсәйемдең атаһы - Ғәбдрәүф Хәйертдинов Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан кеше. Ул сигенгән ваҡытта яраланып, үҙҙәренекенән артта ҡала һәм немецтарға әсирлеккә эләгә. Уны Австрияла бик бай кешегә һатып китәләр, унда ул аттар ҡарай. Яҙып китергә кәрәк, Ғәбдрәүф олатай заманы өсөн бик ғилемле була. Мәҙрәсәлә белем алған, Ҡөрьән китабын ғәрәпсә уҡыған. Әсирлектә саҡта немец телен дә өйрәнеп ала. Бәләкәйҙән ат йәнле булғанғалыр, был эш бер ҙә ауыр булмай уға, аттарҙы шул тиклем һәйбәт ҡарай, хатта бай үҙ ҡыҙын уға кейәүгә бирергә теләй. Тәҡдим ылыҡтырғыс булһа ла, егет  “Тыуған илемә ҡайтҡым килә” тип ҡалырға риза булмай.  Көткән сәғәте лә бер мәл килеп етә - әсирҙәрҙе илдәренә ҡайтарыу башлана.   Шулай ҙа барыһы ла тыныс булмай, һәр ерҙә хәүеф һағалап тора әле ул ваҡытта. Өләсәйем һөйләгәндәренән шул иҫтә: ҡайтыу яғына бер күпер аша үтергә кәрәк була. Ғәбдрәүф бер иптәше менән юлға ҡуҙғала. Күперҙе берәмләп сығырға һөйләшеп, иптәше алдан китә, әммә ул уртаһына ла етә алмай, атып үлтерәләр. Ғәбдрәүф олатай ҡараңғы төшкәнен көтә һәм күперҙең аҫтынан ғына сығып, ҡайҙа йәшенеп, ҡайҙа һоранып, мең ғазап менән тигәндәй тыуған ауылына ҡайтып төшә.

Ауылға ҡайтҡас Фәхерниса исемле ҡыҙ менән йәрәшәләр. Үкһеҙ етем ҡыҙҙы әсәһенең бер туған ағаһы ҡарап үҫтерә, хәлле ғаилә була. Өрһәң осоп китерлек сибек кенә Фәхерниса шул тиклем эшсән, уңған булып сыға. Йәштәр бергә йәшәп алып китә. Тик ете йыл буйы балалары булмай уларҙың, кәләшен ныҡ яратҡан Ғәбдрәүф быны сәбәп итеп бер насар һүҙ әйтмәй, тыныс ҡына көтә. Оҙаҡ ҡына бергә йәшәгәндән һуң, ете йылдан, ҡыҙҙары – минең өләсәйем Мөслимә донъяға килә. Шунан һуң бер-бер артлы биш балалары тыуа. Ул йылдарҙа аслыҡ, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралған саҡ - ҡайһы берҙәренең ғүмере йәшләй ҡыйыла.

Мөслимә өләсәйем 1925 йылғы, тик үҙен 1924 йылғы тип яҙҙыра, шулай ғына ул эшкә төшөп, хеҙмәте өсөн паек - аҙыҡ-түлек ала алған. Илдә Бөйөк Ватан һуғышы барған мәл, эшсе ҡулдар етешмәй. Бер ваҡыт өләсәйемде тракторсылар курсында уҡытыр өсөн Туймазыға ебәрәләр. Унда ул аслыҡҡа түҙә алмайынса ҡасып ҡайта. Шунан йәш ҡыҙҙы иген келәтенә ҡарауылсы итеп ҡуялар. Бер аҙ эшләгәс, келәттән иген юғалғаны асыҡлана. Асҡыс Мөслимәлә генә була, шуға бурлыҡта уны ғәйепләп (юғалған иген әллә ни күп тә булмай, әммә ул осорҙа закон бик ҡаты, бер ус өсөн дә төрмәгә япҡан саҡ), Амурҙағы Комсомол ҡалаһына һөргөнгә ебәрәләр. Ҡағыҙ буйынса – 17, ысынында 16  йәшлек ҡыҙ ирҙәр менән бер рәттә ауыр эштә йөрөй – ағас ҡырҡалар, балыҡсыларға ярҙам итәләр. Һуңғараҡ түҙемле, тәртипле Мөслимәне урындағы аэродром ашханаһына ярҙамсы итеп ҡуялар. Ошо ашханаға килеп йөрөгән летчиктың был зәңгәр күҙле, ҡалын сәсле, һылыу ҡыҙға күҙе төшә. Ул да Башҡортостандан – Баҡалы районынан булып сыға. Өйләнешергә лә тәҡдим яһай. Тик йәштәргә бергә булырға яҙмай. Был ваҡытҡа Мөслимәнең хөкөм мөҙҙәте бөтөүгә табан бара. Әсәһе лә хаттарында йәшәүҙәре ауырлашыуы, аслыҡтан интегеүҙәре тураһында гел яҙғас, ул түҙмәй йәһәтләп юлға сыға.

Юл аҙабын аҙаҡ иҫләмәй ҙә ҡыҙ, нисек Ҡәҙеренә ҡайтып еткәндер? Ә ҡайтып ингәс күргәне ғүмерлеккә иҫендә ҡала: әсәһе, туғандары аслыҡтан шешенгән, хәлһеҙ, йәндәре саҡ эләгеп торған кеүек. Әле Мөслимәне ҡырға һөргөнгә ебәрмәҫ борон ата-әсәһе, Ҡәҙерҙәге өйҙәрен һатып, балаларын алып Үзбәкстан яҡтарына китергә уйлай. Тик ҡәһәрле һуғыш башлана, бар пландар юҡҡа сыға. Аҙаҡтан өйҙәрен һатҡан  кешенең мунсаһында ғына көн күрәләр. Мейес сығарып шунда хатта ҡыш сығалар. Мөслимә юҡта уның атаһын да һуғышҡа алып киткән булалар. Әсәһе Фәхерниса һөйләүенсә, Ғәбдрәүфтең быуындары һыҙлап ыҙалата, шуға мунсаны көн дә эҫе итеп яғып, уны үлән быҡтырып, шуның быуы менән дауалай. Был белеме уның атаһынан килә, ул да дарыу үләндәрен таный, дауалау үҙенсәлектәрен яҡшы белгән була. Шулай ирен дауалап аяғына баҫтырғас ҡына, уны фронтҡа алып китәләр. Беренсе Белоруссия фронтында алыша, бер һуғышты үткән тәжрибәле яугирҙе разведчиктар ротаһының командиры итеп ҡуялар - ошо турала яҙылған хаттары килә. Бер алышта ауыр йәрәхәтләнеп, Витебск госпиталендә ята, яраларҙан мандый алмай, шунда үлеп ҡала.  Мәңгелек йорто - ҡәбере лә шунда.

Мөслимәне өйөндә атаһына килгән похоронка ҡағыҙы ла көтә. Ауылдағы аслыҡтан, юҡлыҡтан ҡасып, Пермь яғына барырға тәҡдим итә ул туғандарына. Был ваҡытта әсәһе янында ике туғаны ғына ҡалған була. Һәр заманда ла үсләшеүселәр, этләшеүселәр табыла шул. Мөслимәне бурлыҡта ғәйепләгән кеше был юлы ла аяҡ салырға уйлаптыр, уларға бер справка, бер ниндәй документ бирмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тәүәккәлләйҙәр ҙә ҡуҙғалалар. Һөйләүҙәренсә, Пермгә пароходта баралар. Ғаиләнең берҙән-бер ҡиммәтле әйбере – ҙур еҙ самауыры булған, бына шуны пароходҡа ултырғанда, әйберҙәрегеҙ өсөн түләмәгәнһегеҙ тип, алып ҡалалар. Сит яҡта  ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына өмөт итмәйенсә, тәүге күҙгә күренгән совхозда туҡталалар. Егәрле кешеләр бер ерҙә лә юғалып ҡалмай инде. Бәхеттәренә, совхоз директоры яҡшы кеше булып сыға: уларҙы эшкә ала, документтарын теүәлләргә ярҙам итә, бүлмә лә биреп ҡуя. Шулай яйлап хәлләнә башлайҙар һәм ошо яҡта төпләнеп ҡалырға булалар. Ә теге летчик Мөслимә өләсәйемдәр Пермгә күсеп киткәс Ҡәҙергә килеп эҙләп йөрөй. Шулай юлдары аймылыш булып, бергә ҡала алмайҙар.

Пермь яғында Мөслимә Барҙа татарына кейәүгә сыға. Бергә йәшәй башлағас, уның яман ғәҙәте асыҡлана – егет эсергә ярата, холҡо ла алама була. Бик ыҙалап ҡына көн күрәләр: шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләлә биш бала тыуа, әммә шуларҙың икәүһе генә иҫән-һау ҡалып ҙурая. Нисек кенә ауыр булмаһын, Мөслимә балаларын уҡытырға тырыша – ҡыҙы фельдшер, улы төҙөүсе һөнәрҙәрен ала. Тәүге ире менән юлдары ҡайһылыр бер мәлдә айырыла. Мөслимә теге совхоздан һуң, оҙаҡ ҡына нефть табыу өлкәһендә эшләй. Шундағы әҙәм ышанмаҫлыҡ бер ваҡиғаны ғүмере буйы һөйләр була. Эшкә китеп барғанда ҡараңғылы-яҡтылы ваҡытта бер тоҡ аҡса табып алыуы, ул уларҙың заводыныҡы булып сығыуы (кассир нисектер төшөрөп ҡалдырған була), аҡса табылыу шатлығынан директор уға фатир биреп ташлауы тураһында һөйләгәнен әкиәт кеүек тыңлап үҫә балалары. Шулай итеп уңайлы яҡты фатирҙа йәшәү бәхете лә эләгә ғаиләгә. Ике балаһы ғына иҫән ҡала тигәйнек бит инде, өләсәйемә тағы ла бала ҡайғыһы кисерергә яҙған: бер ҡыҙын – минең әсәйемде осраҡлы бер әҙәм урамда сәнсеп үлтерә, мине, бер йәшлек кенә ейәнсәрен, үҙе ҡарап үҫтерә ул. Мин уны әнкәй тип үҫтем. Аң кереп урамда уйнарға сыға башлағас ҡына, күрше әбейҙәр уның миңә әсәй түгел, ә өләсәй икәнлеген еткерҙе...  

Пенсияға сыҡҡас, Мөслимә өләсәйем мине алып тыуған Ҡәҙеренә күсеп ҡайта. Ауылда ҡатыны үлгән Фоат бабайға, тәүге мөхәббәтенә, тормошҡа сығып, бергә йәшәп алып китәләр. Басиров Фоат Ғәлим улы – һуғыш ветераны, Икенсе Украина фронтында ҡатнашҡан. Ҡәҙергә 1949 йылда ғына ҡайтып төшә. Уның менән өләсәйем татыу, матур йәшәнеләр. Ауырып түшәккә ҡалғас, ул бабайҙы яҡшылап ҡараны, янынан китмәне.   

Ниндәй ине ул әнкәйем – өләсәйем?  Ул шул тиклем моңло йырлай ине, сәнғәт өлкәһенән китһә, мотлаҡ билдәле йырсы булыр ине. Аш-һыуы телде йоторлоҡ булды, нимә генә бешереп һыйламай ине ул беҙҙе! Бәйләү-тегеү-сигеүҙең оҫтаһы үҙе ине. Күпме кеше уның ҡул йылыһын ҡушып, күҙ нурын түгеп бәйләгән-теккән әйберен кейеп йөрөнө. Ҡул эштәрен заказ менән дә эшләне, бүләк иткәненең дә иҫәбе булманы. Үҙенә лә тегеп кейҙе, килешлеһен һайлай белде. Хисле лә, йомшаҡ та, кәрәк сағында уҫал да була белде ул. Үлгәнсе – 90 йәшенә тиклем үҙ аңында булды, үҙ аяғында йөрөнө.

Өләсәйем минең табип һөнәре алыуыма бик ғорурланды, мөхәббәтле, матур ғаилә ҡороуыма шатланды, ике ейәнен тәрбиәләшеүҙә ҡатнашты, ғүмеренең ахырынаса аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, миңә терәк булырға тырышты. Мин бөгөн ниндәй уңыштарға өлгәшкәнмен барыһы өсөн дә уға бурыслымын. Барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәм һиңә, әнкәйем, тыныс ят, беҙҙең өсөн ҡайғырма, һин үҙеңә лайыҡлы, ғорурланырлыҡ алмаш ҡалдырғанһың!

Фотола: өләсәйем Мөслимә Ғәбдрәүф ҡыҙы, Басиров Фоат Ғәлим улы, өләсәйем Ҡәҙергә кире ҡайтҡас Фоат бабай менән.

Елена Кудрявцева. Өфө ҡалаһы.

Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...
Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...
Мин уны "әнкәй" тип үҫтем...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас