

Быйыл Еңеүҙең 80 йыллығында атайыма – Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан Ғиззәтуллин Рәхмәтулла Ғибәт улына, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына, 100 йәш тулған булыр ине. Ул 1925 йылғы булһа ла, йәшен олоғайтып күрһәтеп, 1924 йылғы булып яҙылып, 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Хәҙер уйлап ҡараһаң, 16 йәшлек кенә үҫмер көйө аңлы рәүештә Тыуған иле һағына баҫҡан.
Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, һуғыш тураһында кино ҡараһа ла, ышандырмай, тиер ине. Уның аяғында мина ярсығы йөрөгәнен дә яңылыштан ғына белеп ҡалдыҡ. Ул һөйәккә яҡын ҡаҙалғанлыҡтан госпиталдә аяғын төптән ҡырҡырға булғандар, шунһыҙ алып булмағанын аңлатҡандар, әммә атайым ризалашмаған. Шул ярсыҡ менән ул ғүмере буйы йәшәгән икән. Шәп итеп атлап йөрөй торғайны ул, яйлап китһә генә һылтыҡлағаны беленә ине. Һыҙланғандыр инде, аяҡтарын камфора майы менән ыуғанына йыш шаһит булырға тура килде.
Хәрби билетынан алынған белешмә буйынса ҡыҫҡаса уның тураһында мәғлүмәт ошолай. 1942 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем Алкинда әҙерлек үтә. Артабан II Украина фронтында Ҡыҙыл байраҡлы 98-се гвардия дивизияһы, Кутузов орденлы 296-сы полкында һуғыша. Ике тапҡыр ҡаты яралана, контузия ала, һауыҡҡас, яңынан сафҡа баҫа. Еңеүҙе Брно ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыш бөткәс тә Карелияла хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң икенсеме-өсөнсөмө йылында Еңеү парадында ҡатнаша, Ҡыҙыл майҙандан йүгереп үтәләр. Ул иң алғы сафта беренселәрҙән булып трибуна янынан яҡын ғына үткәндә И. Сталин: “Откуда ты, солдат?” – тип һорай. “Из Башкирии!” тип үтеп киттем, тип һөйләгәйне. Сталиндың Рәхмәт хаты менән дә наградланған. Бер ваҡыт райондың “Таң” гәзитендә Фәрит Ғәлин тигән журналистың ”Элемтәсе” тигән мәҡәләһе донъя күрҙе. Ул атайым менән бер ротала һуғыш уты кискән, политрук булған икән. Бына шунан уҡып беҙ атайыбыҙҙың ниндәй ҡаһарман, ҡыйыу икәнлеге тураһында белдек. Ҡыҫҡаса унда ошолар тураһында бәйән ителгәйне. Ниндәйҙер бер утар өсөн яу алдынан атайымды разведкаға ебәрәләр. Тик унда немецтар булып сыға. Атайым юғалып ҡалмай, япа-яңғыҙ улар менән алыша. Аҙаҡ беҙҙең һалдаттар килгәс, 12 дошмән һалдатының кәүҙәһен күреп, ныҡ аптырайҙар. “Бына һиңә аҙ һүҙле башҡорт егете!” тигән юлдар бар ине унда. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, моғайын да, шуның өсөн бирелгәндер уға. Был әле бер эпизод ҡына. Ә ундайҙары әллә күпме булғандыр - һөйләмәне генә шул. Тыуған ауылына 1950 йылдарҙа ғына ҡайтып төшә. Батырлығы өс дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, тағы күп кенә миҙалдар менән билдәләнә. Уларын да ҡайтҡас йә балалары уйнатҡан, йә клубта спектакль ҡуйғанда һорап алғандар - юғалғаны ла бихисап.
Әсәйемде - Кәлимуллина Дәғиә Хафиз ҡыҙын - 1948 йылда отпускыға ҡайтып киткәнендә күреп оҡшатҡан була (атайым киткәндә бала ғына булған ҡыҙ, ул мәлдә ете класс белем алып, үҙе күрше ауылда уҡытып йөрөй), әммә осрашыу, вәғәҙәләр бирешеү тигән нәмә булмай. Ҡайтҡас, бер аҙ осрашып йөрөгәс, шул йылда уҡ өйләнешәләр. Ғаиләлә тәүҙә йыл ярым аша, һуңғараҡ өс йыл һайын балалар тыуа. Рәхмәтулла менән Дәғиә һигеҙ балаға: өс малайға, биш ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ниндәй булып иҫтә ҡалған атайым?
Бик ипле, тыйнаҡ, аҙ һүҙле, тыныс, сабыр. Ашарға ултырғанда урындыҡтың сите – атай менән әсәйҙеке. Атай икмәкте күкрәк тәңгәленә ҡуйып телер ине ниңәлер. Бәләкәй саҡта мин дә, өс йәшкә өлкән Гөлсәсәк апайым да икмәк ашамай торғайныҡ. Беҙҙе ҡыҙыҡтырыр өсөн атайым йоҡа ғына итеп телеп тоттора, шулай ул телеп биргәнде генә ашай инек. Оҙаҡ сәйнәргә лә атайым өйрәтте: “Кеше 20-25 тапҡыр сәйнәргә тейеш. Аҙыҡ яҡшы эшкәртелһә генә файҙалы”. Үҙенең дә ҡабаланмай-ҡарһаланмай, башын ҡырыныраҡ һалып, уйланып сәйнәп ултырғаны күҙ алдында ғына. Бер эштән дә ҡурҡып тормағандыр ул. Әсәйем өйҙә юҡта “Мин бывший повар ҙа ул” тип ашарға, хатта икмәк тә бешерә ине.
Сәйәси яҡтан, яҙыу-һыҙыу буйынса ныҡ грамоталы булды. Русса яҡшы белде, бер хатаһыҙ матур тигеҙ хәрефтәр менән яҙа торғайны. Кис гел гәзит-журнал йә әҙәби китап уҡып ултырғаны ла хәтерҙә. Үҙебеҙҙең дә ҙур китапхана бар ине. Вәт, исмаһам, дөрөҫөн яҙған, тип һуңғы йылдарында Талха Ғиниәтуллиндың китабын яратып уҡыны. Шахматта шәп уйнай ине.
Үҙ эшенең оҫтаһы ине. Һуғыштан һуң ветеринар һөнәренә уҡыған атайым ғүмере буйы колхозда баш ветеринар булып эшләне. Эшен тәрәндән белеп яратып башҡарғандыр тим. Колхоз малдарын Белоретҡа ит комбинатына ҡыуалап алып барып аҙналар буйы йөрөһә лә ауыҙынан зарланыу һүҙен ишетмәнек. Унан тыш ауыл халҡының күҙ төбәп торған “мал духтыры” ла ул булды. “Мал ауырый” тип ҡасан килһәләр ҙә – таңмы, төнмө - ул, кәрәкле дарыуҙарын, инструменттарын алып, ҡабаланып сығып китә торғайны. Әсәйемдең: “Кешенең үҙенән алда йүгереп китә бит ул” тип әйткәне булыр. “Рәхмәтулла ағайҙың ҡулынан ит йомшаҡ, татлы була” тип бөтә ауыл халҡы һуғымын, ҡорбанлыҡ малын атайымдан ғына салдырҙы.
Физик яҡтан көслө, етеҙ, сос, сыҙамлы кеше ине. Иҫемдә: өй башынан һәнәктәрҙе алып төшөргә ҡушҡайны. Мин мыштырлағансы үҙе тейен кеүек күҙ асып йомған арала арҡанға йәбешеп үрмәләп менде лә ҡоралдарын ипләп кенә шыуҙырып төшөрөп тә ебәрҙе. Шулай ҡулында эше бешеп кенә торҙо. Әйткәндәй, йүкәнән һалабашты үҙе һалды, арҡанын да, септәһен дә үрҙе.
Балаларына ваҡыты етмәгән атай булды. Эшен фиҙакәрлек менән башҡарғас, ғаиләһенә ваҡыты аҙ ҡалғандыр. Ә шулай ҙа шундай иҫтәлектәр күңелде йылыта: йәй беҙ тороуға атай атын эҙләп әллә нисәмә саҡрым йәйәү йөрөп ҡайтҡан, шул ыңғайы кәпәсенә тултырып ҡыҙыл еләкме, бөрлөгәнме, ҡурай еләгеме – урманда нимә бар шуны йыйған, өҫтөн хуш еҫле үләндәр менән ҡаплаған... Тәмле еҫкә нисек тормай ятаһың инде! Ғөмүмән, урмандан гел “ҡуян күстәнәсе” менән ҡайтып ҡыуандырғаны хәтерҙә. Уның ҡарауы, ейәндәре менән уйнарға ваҡыты булды, уларҙы үҙ балаларынан артыҡ күреп торҙо. Былар мин үлһәм, иҫләр микән ул, тигән булыр ине. Онотмайҙар, атай, иҫләү генә түгел, исемең менән ғорурланып йәшәйҙәр.
Барыһы ла шыма ғына булманы - эсеп тә ала ине. Ул замандағы ағайҙар, бигерәк тә һуғыштан ҡайтҡандары, был ғәҙәткә еңел генә ҡарағандыр ул. Ундай сағында кәрәк еренә көслө баҫым менән “Катюша”ны йырлап та ебәрә, беҙгә, мәктәп уҡыусыларына Пушкиндың шиғырын һөйләп ишеттерә. Хәтере шәп булды.
Матди байлыҡҡа ҡыҙманы, мин ветеран тип күкрәп киреп, әллә нимәләр даулап йөрөмәне, тейешлеһен дә алмағандыр ул. Бер тапҡыр ғына Өфөләге яҡташ оло түрәгә ветерандарға тейешле машина һорап инеп, тупаҫ яуап ишеткәс, һоранып йөрөгәненә ғәрләнеп йөрөнө.
Кеше менән һәр саҡ ипле, матур һөйләште, ихлас, ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле, туған йәнле булды. Был холҡо уның кемгәлер ярарға теләгәндән түгел, ә матур тәрбиәнән килгәндер. Үҙен ғүмер баҡый коммунист тип һанап төрлө ырым-сихыр һымаҡ нәмәләргә ышанманы, бер нәмәнән дә ҡурҡмай ине. Ә шулай ҙа үлем сәғәте һуҡҡанын алдан һиҙеп, әсәйемдән үҙе һорап ясин сыҡтырҙы...
...Үҙ яйына ҡартайһа, оҙаҡ бирешмәҫ ине ул. Һәр нәмәгә сәбәбе булалыр инде. Бер ваҡыт ауылдан район үҙәгенә йөрөгән автобус аварияға осраны. Тауҙан төшкәндә тормозы тотмай, йән-фарман шыуып килеп ағасҡа бәрелеп туҡтай. Эстә 20-ләп пассажир була. Бәхеткә, үлеүселәр булманы, әммә күбеһенең аяҡ-ҡулы һынып, башы ныҡ бәрелеп, эске ағзалары ҡыҫылып оҙаҡ дауаланырға тура килде зыян күреүселәргә. Ә автобуста иң алғы рәттә артҡа ҡарап ултырған атайыма ныҡ ҡына эләгә: бөтә креслолар ысҡынып, шәп тиҙлектә шыуып килеп атайымдың аяғын ҡыҫа. Саҡ тартып алалар уны. Аяғының икеһе лә икешәр урындан һынып, һөйәктәре селпәрәмә килгән була. Район дауаханаһында аяҡтары аҫыулы көйө оҙаҡ ятты. Ундағы табиптар: “Алып ҡайтығыҙ, аяғына баҫтырырға бер өмөт юҡ”, - тигәнсегә тиклем. Медицина белемле ҡыҙҙары хәлде үҙ ағышына ҡуйырға теләмәй, атайымды Өфөгә хәрби госпиталгә килтереп урынлаштырҙы. Ундағы шәп хирургка әле булһа рәхмәтлебеҙ. Тәүге көндә үк: ”Бер айҙан йөрөй башлаясаҡһығыҙ”, - тигән өмөтләндергес һүҙҙәр менән атайымды дауалай башлай ул. Ышаныслы һүҙҙәре лә ярҙам итмәй ҡалмағандыр, төрлө дауалау ысулдары ла килеште - ысынлап та баҫты ул аяғына. Тәжрибәле табиптың тырышлығы, эште дөрөҫ ойоштороуы, атайымдың ныҡышмаллығы ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Шулай ҙа организмы ныҡ ҡына ҡаҡшағайны инде...
Әсәйем менән атайым иңгә-иң терәп 60 йылға яҡын йәшәне, күп һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы бергә үтте. Беҙ, һигеҙ балалары, атайлы-әсәйле булып, күңелебеҙ бөтөн үҫтек. Улар үҙ өлгөләре менән беҙгә яҡшы тәрбиә, дөрөҫ йүнәлеш биргән - хәҙер һәр беребеҙ тормошта лайыҡлы үҙ урынын биләй. Һигеҙ баланан таралған 20-нән ашыу ейән-ейәнсәр, ундан ашыу бүлә-бүләсәрҙәре олаталары – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәхмәтулла Ғибәт улы менән өләсәләре - тыл ветераны Дәғиә Хафиз ҡыҙы тураһында яҡты иҫтәлекте мәңге һаҡлар тип ышанғы килә.