9 май - Еңеү көнө
7 Май 2025, 15:45

“Беҙ һәр һынауға әҙер булырға тейешбеҙ”

Республика етәксеһе халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бөтә хеҙмәттәрҙең берҙәм эшләү кәрәклеген билдәләне.

“Беҙ һәр һынауға әҙер булырға тейешбеҙ”“Беҙ һәр һынауға әҙер булырға тейешбеҙ”
“Беҙ һәр һынауға әҙер булырға тейешбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда террорға ҡаршы төбәк комиссия ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – Еңеү көнөн байрам иткән осорҙа йәмәғәтселек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре.

Ултырыш эшендә республиканың министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ көс структуралары һәм оператив хеҙмәт етәкселәре ҡатнашты. Улар йәмәғәт тәртибенә хәүеф һәм янауҙар ихтималлығы осраҡтарында көстәрҙең һәм средстволарҙың әҙерлеге тураһында фекер алышты, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүм итеү ихтималлығын да иҫәпкә алды. Республика етәксеһе халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бөтә хеҙмәттәрҙең берҙәм эшләү кәрәклеген билдәләне.

–Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы – беҙҙең илебеҙ өсөн мөһим байрам. Тантаналы һәм мәҙәни-киң күләмле сараларҙа, шул иҫәптән ”Үлемһеҙ полк” акцияһында, халыҡ күп ҡатнашасаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ һәр ваҡиғаға оператив яуап бирергә әҙер булырға тейешбеҙ.  

Ултырышта ҡатнашыусылар май байрамдарында ведомство-ара берлектәге эш тәртибен билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас