

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Өфөлә 76-сы еңел атлетика эстафетаһы үтте. Сараны баш ҡала хакимиәте, уның физик культура һәм спорт буйынса идаралығы, “Молодежная газета” редакцияһы (В Уфе студенты вузов поучаствовали в легкоатлетической эстафете Победы) берлектә ойошторҙо.
Ярышта беренсе урынды Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы яуланы. Икенселә – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары. “Бронза” иһә – Башҡортостан дәүләт аграр университетында.
– Беҙ эстафетала тәүге тапҡыр ғына еңеү яуламайбыҙ, – тине Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы тренеры Ринат Тажетдинов. – Бөйөк Еңеүҙең 70, 75 йыллыҡтарында ла “алтын” беҙҙеке булды. "Золото" было нашим и в год 70-летия, и 75-летия Победы. Һәр саҡ тейешле кимәлдә сығыш яһаныҡ. Быйыл иһә ҡатмарлыраҡ булды. Командабыҙҙың ҡатын-ҡыҙ лидеры, ысын йүгерек, ғәҙәттә, тәүге этапта һынау тотҡан спортсыбыҙ етди йәрәхәтләнеп, сығыш яһай алманы. Уны алмаштырыу ауыр мәсьәлә булды. Эстафетаның яртыһына ҡәҙәр дүртенсе килдек. Артабан иһә иң шәп егеттәребеҙ – Эдуард Батыршин менән Константин Филанов – барыһын үҙ иңенә алып, бөтә көсөн һалып, беҙҙе алға сығарҙы. Һөҙөмтәлә – еңеү!
– Беҙ яҡшы сығыш яһаныҡ, әммә дәғүәселәребеҙ көслөрәк булып сыҡты. Бирешмәйбеҙ, артабан нығыраҡ тырышасаҡбыҙ. Алда – Студенттар универсиадаһы, унда мотлаҡ юғары һөҙөмтә күрһәтәсәкбеҙ, – тине БДПУ-ның Физик культура институты студенты, университеттың еңел атлеттар командаһы капитаны.
Фото: "Молодежная газета" сайты.