

9 май көнө Өфө ҡалаһы Зорге урамындағы телебашня, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан, үҙгәреш аласаҡ, дөрөҫөрәге, сәғәт 21:00-ҙән 23:00 сәғәткә хәтлем ул махсус рәүештә яҡтыртыласаҡ.
Улай ғына ла түгел, өфөләр һәм ҡунаҡтар "Еңеү менән!", "Берәү ҙә бер кем дә онотолмай" тигән үҙенсәлекле яҙыуҙарҙы ла күрәсәк. Шулай уҡ башняла "Ватан-әсә" тип аталған монументтың һүрәте, Георгий таҫмалары, ал сәскәләр һәм байрам салюты ла буласаҡ.
Шуныһы, Мәскәү ҡалаһында Останкино башняһы "Үлемһеҙ полк"ты ҡеүәтләп ролик күрһәтәсәк, яҡтыртылған акцияға Калининградтан алып Яҡутскиға тиклем илебеҙҙең бүтән ҡалалары ла ҡушыласаҡ.
Фото: Молодежная газета.