9 май - Еңеү көнө
7 Май 2025, 08:15

Яугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙ

Башҡортостан федераль проектҡа ҡушылды.

Яугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙЯугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙ
Яугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙ

Башҡортостан Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының “Һинең батырлығыңды хәтерләйем, яҡыным! Артымда – олатайым!” Рәсәй проектына ҡушылды. Төп идея – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың, шулай уҡ әле илебеҙҙе һаҡлаған замандаштарыбыҙҙың батырлығына хөрмәт күрһәтеү.

Һәр ҡатнашыусы үҙенең герой туғаны хаҡында помнютвойподвиг.рф сайтында һөйләй ала. Бының өсөн тәүҙә унда тейешле форманы тултырып, заявка ҡалдырырға, проект командаһы әҙерләгән коллажды ҡағыҙға баҫтырып алырға йәки социаль селтәрҙәге сәхифәңә ҡуйырға кәрәк. Әгәр коллаж МХО-ла һәләк булған яугир тураһында икән, уны “Үлемһеҙ полк” акцияһында файҙаланырға мөмкин.

Проект Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлана. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән хупланы. “Быуындар бәйләнеше мөһим әһәмиәткә эйә. Һәм ошондай форматтағғы эш юғары һөҙөмтә бирә” – тине ул быйыл апрелдә үткән “Белем. Беренселәр” федераль мәғрифәт марафонында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа.  

Иллюстрация: Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты.

Сығанаҡ Новости Республики Башкортостан – РесБаш

Яугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙ
Яугир туғанығыҙ тураһында һөйләгеҙ
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас