9 май - Еңеү көнө
7 Май 2025, 11:00

Журналистар бөгөн дә хәрби сафта

Үҙенсәлекле күрәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Журналистар бөгөн дә хәрби сафтаЖурналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта

Бөгөн Матбуғат йортонда үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Уны ҡарар өсөн бина эсенә инергә кәрәкмәй, ә тыштан уҡ һәр үтеп барыусыға күренеп тора. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулған көндәрҙә экспозицияның нимәгә арналғаны ла аңлашылып тора – еңеүселәребеҙгә!

Күргәҙмәне асыр алдынан Матбуғат йортоноң эсендә урынлашҡан мемориалға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистар иҫтәлегенә сәскә һалынды. Эйе, ул саҡта ла, әле лә хәбәрселәр, журналистар илгә килгән афәттән ситтә тороп ҡалмай, ә ҡулына ҡорал алып Тыуған ил һағына баҫа.

Күргәҙмәгә килгәндә, уны тәүге тапҡыр тышҡы яҡтан эшләнеләр. Матбуғат йорто – баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан бина, бында көн һайын күпләп кеше килә, янынан үтеп китә. Тимәк, күргәҙмәне лә бик күп кеше күрә аласаҡ. Тағы бер үҙенсәлеге – ул кисен яҡтыртылып торасаҡ һәм уны тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин.

Сәскә һалыуҙы һәм был күргәҙмәне Республика мәғлүмәт үҙәге Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә ойошторҙо.

– Күргәҙмәлә Матбуғат йортонда эшләгән фотохәбәрселәрҙең һәм ветеран фотохәбәрселәрҙең төрлө йылдарҙа Еңеү көнөнә, яугир-ветерандарға арналған фотоһүрәттәре ҡуйылды. Архивтан да күп кенә фоторәсемдәрҙе сығарҙыҡ, уларҙы күберәк кеше күрергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ, – тине БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов. – Күргәҙмәнең маҡсатына килгәндә, ул бик әһәмиәтле – тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Үҙе күп тапҡырҙар журналистар десанты менән махсус хәрби операция биләмәһендә эшләп ҡайтҡан Вәдүт Ғәйфулла улы әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта беҙҙең ата-бабалар еңгән фашистар әле лә баш ҡалҡытырға маташа. Тик Рәсәй быға юл ҡуйманы һәм ҡуймаясаҡ.

– Элекке кеүек үк бөгөн дә журналистар ҡорал тотоп Тыуған илебеҙ һағына баҫты. Әле махсус хәрби операция биләмәһендә улар күптәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике хеҙмәттәшебеҙҙе юғалттыҡ. Улар тураһында хәтер мәңгелек. Күргәҙмә 7 майҙа – Радио көнөндә асылды, радионан хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бөгөн яугирҙәр рәтендә. Беҙ уларҙың бөтәһе менән дә ғорурланабыҙ. Һәм Башҡорт журналистикаһы көнөндә МХО-ға арнап тағы бер күргәҙмә асырға ниәтләйбеҙ. Әлеге күргәҙмәне ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәковҡа ҙур рәхмәт, – тине ул.

Үҙенсәлекле күргәҙмәне күрергә теләһәгеҙ – рәхим итегеҙ! Уны Матбуғат йорто тәҙрәләрендә көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарарға була.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Журналистар бөгөн дә хәрби сафта
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас