

Белорет районының Йөйәк ауылынан 68 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уларҙың яу яландарында батырҙарса һәләк булған, яраларҙан үлгәндәре 28 кеше иҫәпләнә, тыл батырҙарының исемлеккә ингәндәре әлегә 86 кешенән тора.
Ихлас булдылар
Фронтовиктар элек бик ихлас аралаша торғайны. Үҙ-ара бер-береһен шаяртып та алыуҙар йыш була ине. Мәҫәлән, һуғыштан һуң “Пищетара” ойошмаһында эшләгән ауылдаштар Таҡиулла Әсәҙуллиндан ашарға ултырыу менән: "Таҡиулла, теге ваҡыт танкты нисек шартлаттың әле ул", – тип һорайҙар. Уныһы ихлас, урынынан тороп китеп, нарҙар теҙелгән барак иҙәне буйлап шыуышып, нар аҫтына ла инеп китеп, граната ташлаған, атҡан хәрәкәттәр яһап тороп һөйләй. Өс хәрби награда алған Мәхмүт Әбсәләмов: "Йә, Таҡиулла, сыҡ инде нар аҫтынан, бәрәңгене ашап бөттөк", – ти. Күпме һораһалар ҙа, ялҡауы килмәй, гел һөйләй торғайны, тип иҫләйҙәр.
Мин дә Таҡиулла Әсәҙуллинды иҫләйем, бик шаян ҡарт ине, мәргән атты, әллә ҡайҙағы өйрәккә тейә ине, кәмә менән барып алғанын ҡарап торғайныҡ малайҙар менән.
Фронтовиктар осрашыуҙарға күпләп килә торғайны, һуңғы шундай күмәк осрашыу, Еңеүҙең ҡырҡ йыллығында демонстрация булғайны. Заманында улар осрашыуҙарҙа оҙон өҫтәлдәргә һыймай ине. Был саралар шундай күңелле үтте. Улар тураһында мәктәп музейында байтаҡ мәғлүмәттәр тупланған. “Хәтер” китабына ла, “Улар еңеп ҡайттылар” китабына ла барыһы ла ингән. Бар мәғлүмәттәр ҙә ул китаптар өсөн ваҡытында тултырып ебәрелде. Шулай уҡ Ғәбдөк, Ҡолмас ауылдары буйынса ла. Хатта, заманында мәктәп музейына Хәрби комиссар килеп, музей етәксеһенә – миңә рәхмәт белдерҙе.
Фронттағы батырлыҡтар
Бер аҙ ғына ҡоро архив документтары юлдарына иғтибар итәйек. “Транспорт ротаһы яугире Мәхмүт Әбсәләмов 1944 йылдың ғинуарында Златопольск районы Тишковка ауылы янында дошмандың өйөрмә уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа хәрби припастарҙы тотҡарлыҡһыҙ килтереүҙе тәьмин итте. Ул ғына ла түгел, кире хәрби припастар артынан барғанда юлда осраған яралы һуғышсыларҙы ла санчастҡа илтте“, – тиелә тәүге “Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалының награда ҡағыҙында. Икенсе миҙалын ул Чехословакияла барған һуғыштарҙа Грон йылғаһын кискән саҡта ала. Хәрби припастар келәтендә янғын сыҡҡас, яугир яңғыҙы утты һүндереүгә ташлана. Шартлаған снарядтан яраланһа ла, быға иғтибар итмәй янғынды һүндереүҙе дауам итә, ҡаһарманлығы менән башҡа һуғышсыларҙы ла йәлеп итә, ҡурҡыныс хәл бөткәнсе урынынан китмәй. Аҙаҡтан да, яраларын бәйләткәс, санчастҡа бармайынса сафта ҡала. Өсөнсөгә Япон империалистарын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡанда наградлана. Хинган тауҙары аша меңдән ашыу саҡрым үткән саҡта үҙенә тапшырылған аттарҙы иҫән-һау алып сығып, дөйөм операцияның уңышына булышлыҡ иткәне өсөн уға “Батырлыҡ өсөн“ миҙалы тапшшырыла.
Орудие расчеты командиры сержант Хатип Әйүпов ике Дан ордены, “Сталинградты обороналаған өсөн“,“Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалдары менән наградлана. 1943 йылдың 29 авгусында ул тәүге хәрби наградаға “Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалына лайыҡ була. Ә 1944 йылдың 5 октяберендә 173-се ҡалҡыулыҡта сигенеүсе дошман нығына. Әйүпов тубына дошманға ҡаршы ут асырға боойороҡ бирелә. Аяуһыҙ ут асып, орудие расчеты дошманды икегә бүлеп паника тыуҙыра. 42 дошман һалдаты, расчеты менән ике станковый пулемет юҡ ителә, шул арҡала дошман оборонаһын тар-мар ителә. Ошо батырлығы өсөн 1944 йылдың 20 авгусында III дәрәжә Дан ордены менән наградлауға тәҡдим ителә, ә II дәрәжә орденды ул Германияла Енкендорф янындағы ҡаһарманлығы өсөн ала. Орудие командиры Әйүпов орудиены тура тоҫҡауға яйлап йәшертә. Контратакаға күтәрелгән дошманға тура наводка менән аңғармаҫтан ут асып, уның 50 һалдатын юҡ итеп, сигенергә мәжбүр итә.
Маликов Айытбай 1943 йылдың 16 авгусында ҙур батырлыҡ күрһәтә. Артиллерия командующийының күҙәтеү пунктын туҡтауһыҙ элемтә менән тәьмин итә. Ун туғыҙ урында өҙөлгән сымды ялғай, һуңғыһында янында шартлаған снаряд күмеп китһә лә, сымдарҙың осон ҡулынан ысҡындырмай, тоташтыра ала, бәйләнеш өҙөлмәй. Аҙаҡтан да, яраланыуға ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡтан китергә баш тарта. Был батырлығы өсөн ул Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградлана. Тағы ла “ Батырлыҡ өсөн“,“Кенигсбергты алған өсөн“ миҙалдары, Баш командующийҙың бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була батыр яугир.
Бына сираттағы ҡаһарман
487 полктың 1-се батальонының танккҡа ҡаршы төҙәүсеһе Заһретдин Сәғәҙәтов 1944 йылдың 26 мартында Волынь өлкәһе Кошары ауылы янында өс һалдаты менән станковый пулемет расчетын юҡ итә, башҡалар яҙамында дошман паровозын сафтан сығарып, дошманды паровозға тағылған эшелонды ҡалдырып сигенеүенә булышлыҡ итә. Ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә.
Шул уҡ йылдың 20 декаберендә Кайна ауылы янында көслө артиллерия уты аҫтында элемттә линияһын сафҡа индереп, контратаканы дауам итеүгә булышлыҡ иткәне өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалы менән наградлана. 1945 йылдың 6 февралдә көслө артиллерия һәм пулемет уты аҫтында – туғыҙ урында, 14 февралдә ете урында өҙөлгән сымдарҙы ялғап, өҙлөкһөҙ элемтә тәьмин итә. Ошо уҡ көндө контратака ваҡытында дүрт дошманды үҙенең шәхси ҡоралы менән юҡ итә. Был батырлыҡтары өсөн ул III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була.
Пруссияны ла күрә ауылдашым
Көнсығыш Пруссияла Шпортынен тимер юл станцияһын гвардия лейтенанты Тәлғәт Әхмәтзыя улы Ғүмәров взводы менән төндә баҫып ала. Дошмандың алты пушкаһын да ҡулға төшөрәләр, уларға Москаленконың ПТР отделениеһы ярҙамға килә. Бергәләп улар 40 дошман һалдатын юҡ итә, һан яғынан өҫтөнлөк иткән дошман контратакаға күскәс, улар баҫып алған алты пушканың бишеһен юҡ итәләр. Был төнгө атакалағы батырлығы өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә. Ә 6 мартта Прейсеш Старград ҡалаһына үҙенең танк десанты взводы менән тәүгеләрҙән бәреп инә, 12 йортто дошмандан таҙарта, 18 дошман автоматчигын юҡ итә, шуның менән ҡалаға уңышлы һөжүмде тәьмин итә. Батырлығы өсөн лайыҡлы награда - Александр Невский ордены.
Былар ауылдаштарҙың Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән сағыу ҡаһарманлыҡ өлгөләренең ҡайһы берҙәре булды.
Тылда ла көрәш бара
Тыл батырҙары тураһында ла мәғлүмәттәр байтаҡ тупланды. Әлеге көнгә Йөйәк ауылы буйынса 86 тыл ветераны иҫәпләнә. “Тыл батырҙары” китабында теркәлмәгәндәре лә бар әлегә. 70-се йылдарға тиклем вафат булғандар тураһында мәғлүмәттәр яйлап тупланды, сөнки барыһының да эшләгән урындары тураһында архивтарҙан мәғлүмәт туплау ҡыйын булды. Ирҙәр менән типә-тиң эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһындағы ауылдаштарҙың хеҙмәт батырлыҡтары һоҡланырлыҡ.
Ҡайһы берәүҙәр әйтмешләй, Ленинград блокадаһынан да ауырыраҡ хәлдәр кисерергә тура килгән тылда, сөнки башҡорт ауылдарында, бигерәк тә беҙҙең таулы-ташлы яҡта, хәл бик ауыр булған. Бәрәңгене саҡ сәсә башлаған халыҡ, иген үҫмәй... Һуғыштан бронь менән ҡалдырылған ирҙәр йыраҡта – Ноҡат, Көҙйылға участкаларында эшләй, тик алмашлап ҡына өйгә мунса инергә генә ҡайтып килә алғандар.
Бына Иҫәнғәле Шәһивәлиев Ноҡаттан, бирелгән норманы йыйып, инәһенә туғандарына алып ҡайтырға тип, кискә табан яңғыҙы сығып китә. Көҙ, һыуыҡ... Елмерҙәкте төшөп Йөйәк буйына еткәнсе ҡараңғы төшә, үҫмерҙең хәле бөтә, ҡар яуған була, ул тубыҡҡа етә яҙған, етмәһә, аҙаша.
– Инде ҡайттып етә алмам, аҙаштым, туңып ятырмынмы икән, тигән саҡта Изгеләр зыяраты янында бер ҡаҙ килеп сыҡты ла алдымдан төшөп алды, инде аҙашмаҫлыҡ ергә – Күперле кисеүенә еткәнсе килде лә күҙҙән юғалды, – тип һөйләгәйне ул.
Бына шулай, йәштәргә ирҙәр эшенә иртәрәк тотонорға, бар ауырлыҡтарҙы тиң кисерергә тура килә. Һуғыш осоро балалары тураһында ла әллә күпме яҙырға булыр ине...
Ҡыҙыҡ итеп һөйләгән ваҡиғалар
Леспомхозда партия йыйылыш бара. Секретарь: “Атауллин (Ғиззәт) һин коммунист, иртәгәнән башҡаларға өлгө күрһәтеп, атыңа йөктө арттырып тейәй башла!”, – ти. Ғиззәт, 1937 йылда ҡулға алынған, әммә ғәйебен таба алмағастар, ҡайтарғандар. Ҡайтҡас та партияға сафына ингән. Был аптырап: “Һуң ипәштәр, мин коммунист булыу менән ала бейә коммунист түгел бит әле“, – тип яуаплаған.
Коммунист булмаһа ла, эштә ысын батырлыҡ күрһәткәндәрҙән Сафа Имсәғилов башҡалар бер ат менән төшөргә ҡурҡҡан урында, өс атты утын тейәп төшөрөп йөрөгән. “Ай-һай, аттарҙы ла, үҙен дә йәлләмәне Сафа”, – тип һөйләрҙәр ине. Ҡыуғында саҡта ла тығындарға Сафаны биленә арҡан бәйләп һыуға ырғытҡандар. Ул йөҙөп барып, тығынды ҡуҙғатҡас, һыуға кире һикерә – иптәштәре һөйрәп ала. “Ҡоро кейем, бер стакан араҡы әҙерләп ҡуялар ине”, - тип һөйләй торғайны бабай.
Кәзек кенә Ишмөхәмәт Ибраһимовты леспромхоз директоры ҡара айғырында көн һайын бер участкаға килтерә лә, бөтә эшселәр алдында тейешленән күпкә артыҡ майҙанды үлсәтә. Ишмөхөмәткә эште башларға ҡуша. Ул һәр саҡ бирелгән заданиены арттырып үтәгән – йәйәгә тарттырылған бысҡы менән яңғыҙы быса. Директор: ”Бына ошондай ғына кәүҙәле кеше нисек эшләй, давай, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ”, – тип әйтер булған эш көнө аҙағында тағы ла эшселәрҙе йыйған саҡта. Аҙаҡ “Ишмөхәмәт кенә норманы арттыртып бөттө ул” тип һөйләгәндәрен ишетергә тура килде.
Ауылдағылар ҙа буш ятмай
Бында “Смычка” артеле сабата үрҙерә, һалабаш һалдыра, арҡан иштерә, приклад юндыра... Бөкөрөлөгө арҡаһында һуғышҡа алынмаған Шәмсетдин Усманов эште еренә еткереп ойоштора алған. Зәғифлеге арҡаһында өйләнмәйерәк йөрөгән егет. Бына бер ваҡыт Башҡортостандан, азат ителгән райондарға ярҙам йөҙөнән, Ворошиловград өлкәһенә (Украина) мал ҡыуып алып китергә разнарядка килә. Төркөмгә эләккән Хәмирә Мәһәҙиева исемле Асы ауылы ҡыҙы: “Иҫән-имен ҡайта алһам, "аҙат һындырған" Шәмсетдингә кейәүгә сығыр инем”, – ти. Хәмирә Волганы аша сыҡҡас, бер малай яңылыш баҫҡан мина ярсыҡтарынан бик күп йәрәхәт ала, шулай ҙа мең ғазаптар кисереп ҡайтып етә ала уларҙың төркөмө, теге малайҙы иҫәпләмәгәндә. Ҡайтҡас, әйткән нәҙере иҫкә төшә: "Шәмсетдин, иҫән ҡайтһам, һиңә кейәүгә сығыр инем, тигән нәҙерем бар ине, алаһыңмы", – ти. Йәштәр өйләнешә. Хәмирә герой-әсә булып китә, ире менән ун бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Һуғыш барһа ла, киләсәкте лә ҡайғыртҡан Хөкүмәт
Ауылда геологтар төркөмө эшләгән. Байтаҡ үҫмер, ҡатын-ҡыҙ шунда ялланған. Ауыл тирәһендәге тәрән соҡорҙар шул ваҡыттан тороп ҡалған, Ҡаратауҙың Ҡөбәғәткә ауышҡан яғында бер нисәүһе әле лә асыҡ беленә. Бәйтулла Йәһүҙиндең атаһы "халыҡ дошманы" тип ҡулға алынған. Геологтар етәксеһе: “Әйҙә, минең улым бул, мин һине Мәскәүгә алып ҡайтам, уҡытам“, – тип өгөтләй. Атаһын ҡулға алғас, ике яҡлы өйҙәре тартып алынған Бәйтулла фамилия алмаштырыу тураһында ишетергә лә теләмәй. Иҙел башындағы ФЗО-ға уҡырға сығып китеп, уны бөткәс, заводта эшкә ҡала ул. Үҙе һымаҡ ФЗО-ла уҡыған ҡыҙға өйләнә. Атаһы аҡланғас, ғаиләһе менән ауылға ҡайта, өйҙө кире бирәләр. Йәш ғаиләгә ни, өйҙөң бер яғы ла еткәндер инде, оҙаҡ ваҡыт уның бер яғында килгән уҡытыусы ғаиләләре йәшәп торған, мин дә шул өйҙә тыуғанмын.
Ҡатын-ҡыҙға икеләтә ауырға төшә
Ауылдағы бар ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Балалар күп, уларҙы нисек тамағын туйҙырыу, мал-тыуарҙы нисек ҡарау, бесән әҙерләү, бәрәңге сәсеү һәм башҡа бихисап хәстәрҙәр улар елкәһендә... Ит, май заданиеһын тултырырға кәрәк. Музейҙа Хәнә Дауытованың 1942 йылдағы май тапшырыу заданиеһын үтәп, 42 килограмм май тапшырған квитанциялары һаҡлана. Ире өйҙө төҙөп бөтә алмай киткән, Хәнә өйҙө лә төҙөтә, балаларын да ас итмәй. Күп итеп бал ҡорто тота, малын да бөтөрмәй. Күп тол ҡатындарға шулай һоҡланырлыҡ.
Һуғыш ваҡытында ла мутлашыусылар булған. Мәҫәлән, Камила Камалетдиноваға ире һуғышҡа тиклем ҙур өй һалып киткән, иҫкеһе лә тора. Тик балалар астан үлер хәлгә еткән саҡта, түбәндән килгән бер татар кешеһенең алдағына ышанып, өйөн һатып, балаларын иҫән ҡалдырырға була. Хәнә апаһы өгөтләп ҡараһа ла тыңламай, һалға теге татар менән бергә ултырып китәләр. Өфөгә яҡын ерҙә һалды яғалар. Был кеше Камилаға ҡыуыш ҡороп бирә, ҡулына аҙ ғына аҡса тоттора ла юғала, һатып алыусы менән килешәм дә, аҡсаһын шунан алырһың, ти. Иртән һал янына килһә һал да юҡ, тегенән дә елдәр иҫкән.
Камилаға балалары менән ауылға килеп еткәнсе күп ғазаптар кисерергә тура килә, бер балаһы – Ғилманы ғына иҫән ҡала. Ҡышты хәйер һорап, Архангел районы Оҙондар ауылында үткәреп, икенсе йәйгә генә ауылға ҡайтып төшәләр. Ябай, уҡый-яҙа ла белмәгән, донъя күрмәгән, тормош көтөргә йомшағыраҡ булған ҡатын шулай аяныслы хәлгә тарый.
"Өфөнө күрҙеңме һуң әбей?", – тип һорағас, бахыр: ”Күрҙем балам, күрҙем... Ҙур шул тиклем, ул ҡыуыштар күплеге, һалдарҙың осо-ҡырыйы юҡ”, – тигән була.
Һуғыш бөткән көндө ауылда байрам, митинг була. Митингта шатлыҡлы телмәрҙәр һөйләнгән. "Сталинға, партияға дан!", "Йәшәһен Ҡыҙыл Армия!" һәм башҡа лозунгтар ҡысҡыралар икән. Бына, Шәмсинур исемле ҡатын, ауыл депутаты: “Йәшәһен һуғышта үлгән бисәләр!”, – тип ҡысҡыра. Баштараҡ, “бәй, ауылда һуғышҡа китеп үлгән ҡатын-ҡыҙ булманы ла” тип аптырап ҡарайҙар уға. Тик аҙаҡ ҡына Шәмсинурҙың һуғыш осоронда ауылда астан йә ауырып үлгән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйткәнен аңлағандар.
Эйе, был Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан бер кем дә онотолмаһын, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәһен, ҡәһәрле һуғыш һабаҡ булһын барыһына ла. Онотмайыҡ, ниндәй юғалтыуҙар аша килгәнен беҙгә был Еңеүҙең!
Автор: Ринат Шәйбәков.
Белорет районы.
Һүрәттә: