

Бөгөн, 8 майҙа, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Тере хәтер” тип аталған Республика балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәренең күргәҙмәһе асылды. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап үткәрелде. Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән 720 йәш рәссам ҡатнашҡан.
– Балаларҙың эштәрен абруйлы жюри баһаланы. Уның составында театр директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Имаметдинов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының баш рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Светлана Степанова, театрҙың баш рәссам-конструкторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Андрей Волков булды. Сараға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде.
Йәш рәссамдарҙың эштәре шул тиклем сағыу ине. Театрҙың рәсми сайтында виртуаль күргәҙмә ойошторорға ҡарар итеп, жюри 100 иң яҡшы эште һайлап алды.
Төрлө категорияларҙа еңеүселәрҙең 18 эшен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының күргәҙмә галереяһында ҡарарға мөмкин. Күргәҙмә тамашасылар өсөн сентябргә тиклем асыҡ буласаҡ. Беҙ һеҙҙе йәш конкурсанттарыбыҙҙың эштәре менән танышырға саҡырабыҙ, улар үҙҙәренең ижады менән ҙур илебеҙҙең бөйөк тарихына һөйөү, рәхмәт һәм ихтирам менән ҡарауҙарын еткерә алды, – тип хәбәр иттеләр Ҡурсаҡ театрынан.