9 май - Еңеү көнө
8 Май 2025, 10:00

Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Йәлембәт ауылында Бөйөк  Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Хәтер аллеяһына нигеҙ һалынды.

Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Йәлембәт ауылында Бөйөк  Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Хәтер аллеяһына нигеҙ һалынды. Рәсәй буйынса Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылып, ағас ултырытыуҙа йәлембәттәрҙән тыш, яугир атай-олатайҙар рухы алдында үҙен бурыслы һанаған теләге булған һәр кем ҡатнашты.

Белеүегеҙсә, тирә–яҡ мөхитте һаҡлау, таҙартыу, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән был акция РФ Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла.  "Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл иһә сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала һәм ошо уңайҙан республикала 135 яңы тематик аллеялар барлыҡҡа килде. Шуларҙың береһе тап Йәлембәттә булыуы менән әһәмиәтле.

Сарала Әбйәлил район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Хәлилов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры Венер Ғәлиев, Көнсығыш районы буйынса дәүләт торлаҡ-төҙөлөш күҙәтеүе һәм лицензиялау контроле идаралығы хеҙмәткәрҙәре Мәрзиә Билалова, Басир Яхин, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәевтарҙың ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне. Әйткәндәй, үҫентеләр менән һәм ағас ултыртыуға кәрәк–яраҡтар менән тәьмин итеүҙә “Салауат” ЯСЙ-һы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Хәтер аллеяһының урыны ауылға ингән ерҙә урынлашыуы менән бик уңайлы, ти Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев. “Ауыл янынан Яҡтыкүл шифаханаһына һәм “Березки” ял йортона илткән ҙур автомобиль юлы үтә. Йылдар үтеү менән беҙ ултыртҡан йәш шыршылар үҫеп, ҙурайып юлдағыларға сәләм биреп, яу яланында  батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙҙең рухын шатландырып, уларҙы иҫләтеп торасаҡ. Хәтер – мәңгелек, ул киләсәк быуын өсөн бигерәк тә әһәмиәтле”,–тине сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Ысынлап та, ағас ултыртыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, олоһонна алып кесеһенә тиклем яуҙа һәләк булған атай–олатайҙарын хәтерләп, уларға исемләп шыршылар ҙа ултыртты. Мәҫәлән, Йәлембәт урта мәктәбен 81 йылда тамамлаусылар исеменән класташтар – Айҙар Шәрәфетдинов, Гөлшат Ноғоманова һәм уларҙың дуҫы Сәғилә Шәрипова ҡатнашты. Шулай уҡ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, милли кейемдәрен кейеп Йәлембәт ауылы ағинәйе Фәрзәнә Шәмсетдинованың ихласлап ағас ултыртыуына йәштәр ҙә һоҡланып ҡарағандыр. “Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатайҙарыма, махсус хәрби операцияла ғүмерҙәрен биргән йәш, батыр улдарыбыҙға арнап ултыртҡан шыршылар йылдар үтеү менән шаулап үҫер, улар янына матур эскәмйәләр ҡуйылыр һәм ошонда һәр кем үҙенең туғанын хәтерләп, күңелендә уйылып ҡалған иҫтәлектәре менән уртаҡлашыр бер урынға әйләнер тигән өмөттә ҡалам. Шуға күрә изге саранан ситтә ҡала алманым. “Ҡөрьән Кәрим” китабында ла ағас ултыртыу–һәр мосолман өсөн изге ғәмәлдәрҙән һанала,”–ти Фрзәнә инәй.

Шулай уҡ Йәлембәт ауылынан Аҙнабай Ишкинин – Бөйөк Еңеүҙең тиҫтере. Йәйгеһен 80 йәшен теүәлләйәсәк уҙамандың көрәк менән бик еңел эш итеүе  йәштәргә өлгө булғандыр.

Уҡыусыларҙың да етеҙ аҙымдар менән биҙрә һәм лейкалар ҙа һыу ташыуы, экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың дәррәү рәүештә алдан ҡаҙылған соҡорҙарға бер –бер артлы үҫентеләрҙе ултырта барыуҙары, йәнле аралашыуҙар үҙе бер байрамды хәтерләтте. Питомниктан килтерелгән үҫентеләрҙең тамыр-олондарын йәрәхәтләмәй генә ултыртыуҙы был өлкәләге белгес, Михайловка ауылында үҙ питомнигын булдырған Зөфәр Саҙрыевтың кәңәштәре буйынса башҡарҙылар. Ағастар яңы урынға тиҙерәк ерегеп китһен өсөн “Цикрон” үҫеш стимуляторы ҡулланылды.

Ағас ултыртыу–ерҙә матур эҙ ҡалдырыуға тиң. Үтер йылдар, килер көндәр, ҡасандыр был 80 төп шыршы үҫентеләре лә шаулап үҫер, тотош урманға әйләнер. Шул сағында бөгөн ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан уҡыусылар сал сәсле уҙамандар һәм ил инәләре булып балаларын, ейән–ейәнсәрҙәрен үҙҙәре ултыртҡан Хәтер аллеяһына алып килер.  Яуҙа батырҙарса һәләк булыусылар иҫкә алыныр, быуындар бәйләнеше дауам итер, мәңгелек  хәтер яңырыр.

Автор фотолары

Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Еңеүҙең 80 йыллығына – 80 шыршы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас