

Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙа бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итәләр:
- Тик...тик... тик...
Ваҡытты ошолай секундтарға тигеҙ бүлеп һуҡҡан сәғәт тауышы гел генә Зәйтүнә инәйем һөйләп ҡалдырған бер хәтирәне күңелем аша үткәртә.
Бер-нисә тапҡыр тыңланым мин уны. Ҡабат-ҡабат һөйләне, нисек булған - шул көйөнсә. Сер эҙләмәне ул был хәлдән, ниндәйҙер һығымталар ҙа яһаманы, тик ғәзиз кешеләре үлемесле яуҙа булған һәр кемдә лә (хатта йәнһеҙ йорт йыһаздарында ла) бер генә теләктең, ул да булһа, һуғышты туҡтатыу теләгенең ни тиклем көслө булғанын төшөндөрә алды...
***
Олатайымды, әсәйемдең атаһын, Шәһәрғәзе Шаһисолтан улы Ҡаҙаҡбаевты, үкһеҙ етем тороп ҡалғас, атаһының бер туған ағаһы Солтанғәзе үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә ала. Солтанғәзе менән Шәрифәнең улдары Ғәзиз менән тиңдәш була Шәһәрғәзе. Икеһе лә 1923 йылғы. Шуғалыр ҙа игеҙәктәр һымағырак буй еткерә малайҙар.
Тик ...
1941 йылда һуғыш башлана. Солтанғәзе менән Шәрифәгә уландарының икеһен дә бер юлы яу яланына оҙатырға тура килә.
Икеләтә ауыр кисерештәр менән йорттарына ҡайтып ингән ир менән ҡатын шул көндән алып үҙ-ара һөйләшеүҙән туҡтай, тиерлек. Өйҙә тынлыҡ урынлаша. Ныҡ итеп теләктәр теләгәндә, өмөт иткәндә кешеләрҙең күңелендәме - ҡайҙа, ошондай уҡ көсөргәнешле һиллек хасил була бит.
Һуғышты, нисек тә булһа, туҡтатып, уландарын кире ҡайтарып алыу теләгенең шул тиклем көслөлөгөмө - ни хикмәттер, был йорттоң түр стенаһында быға тиклем ҡәҙимгесә текелдәп эшләп торған сәғәт тә туҡтап ҡала... Ғаилә башлығы бер-нисә тапҡыр йүнәтеп ҡарай уны, әммә, ҡулы сымыры булыуға ҡарамаҫтан, кире эшләтә алмай.
Әсәй кешенең бер туҡтауһыҙ эстән уҡылған доғаһы шыбырлау булып урыҡ-һурыҡ ишетелеп, шуға атай кешенең тәрән көрһөнөүе ҡушылған мәлдәрҙә лә өнһөҙ-тынһыҙ килештә тора бирә сәғәт - һуғышты туҡтатыр сараларҙың булмағанынан, ваҡыттың үҙен туҡтатҡандай...
Бер аҙҙан ирле-ҡатынлы, күрәсәктәренә күнептер инде, йорт мәшәҡәттәренә киренән тотоноп, үҙҙәрендә ил күтәргәнде күтәрер көс табып, һәүетемсә көн итеүен дауам итә лә кеүек, тик... сәғәт кенә , күрәһең, был йортта уландарһыҙ үткәрәсәк тәүлектәрҙе генә түгел, айҙарҙы, йылдарҙы һанарға теләмәгәндәй, туҡтап ҡатып ҡала. Яҡынса дүрт йыл тирәһе шулай тора ул, өнһөҙ-тынһыҙ стенала эленеп...
Һәм, бер көн иртәнсәк, йорттағы инде күнегелгән сәйер тынлыҡты боҙоп, ни ғиллә менәндер, сәғәт телдәре үҙҙәренән-үҙҙәре текелдәп эшләп алып китә. Өйҙәгеләр хайран ҡалып тыңлап тора:
-Тик...тик...тик...
Шул көндө кис, ҡаты яраланғандан, Шәһәрғәзе тыуған йортҡа ҡайтып төшә...
ТИК ...
(Зәйтүнә инәйем һөйләгәндәрҙән иң серле хәл)
Сығанаҡ: Рәмилә Торомтаева
Һүрәттә: Рәмилә Торомтаева менән Зәйтүнә Самарбаева
Автор фотоһы