9 май - Еңеү көнө
8 Май 2025, 09:00

Ветеранды байрам менән ҡотланылар

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

Ветеранды байрам менән ҡотланыларВетеранды байрам менән ҡотланылар
Ветеранды байрам менән ҡотланылар

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

“Район Советы рәйесе, ветерандар воветы рәйесе, Баҡый ауыл хакимиәте башлығы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Стәрлебаш районының Баҡый ауылында йәшәүсе Зөфәр Шәрип улы Ғәфиевте етеп килгән изге юбилей – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы – менән ҡотланыҡ.

Быйыл, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулған йылда, Зөфәр Шәрип улы кеүек геройҙарға рәхмәтебеҙ артҡандан-арта. Осрашыу барышында яҡташтары, Стәрлебаш районында йәшәүселәр, исеменән изге теләктәребеҙҙе, ҡотлауыбыҙҙы еткерҙек”.

Сығанаҡ, фото: Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас