9 май - Еңеү көнө
12 Май 2025, 13:30

Өфөгә агитпоезд килә

“Хәтерҙәге берҙәмлек. Батырлыҡтағы көс!” тип атала ул

Өфөгә агитпоезд киләӨфөгә агитпоезд килә
Өфөгә агитпоезд килә

13 майҙа Өфөнөң Тимер юлы вокзалына “Хәтерҙәге берҙәмлек. Батырлыҡтағы көс!” акцияһы сиктәрендә тематик поезд килә. Был сара Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арналған. Ул Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан ойошторолған.

Поезд 9 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем торасаҡ. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары хәрби техника һәм ҡоралланыу өлгөләре күргәҙмәһен ҡарай ала. Күсмә экспозиция составында һигеҙ тематик вагон була, улар Рәсәй хәрбиҙәренең батырлығына, заманса ҡоралдарға, Юнармия хәрәкәте үҫешенә арналған.

Бынан тыш, ойоштороусылар Рәсәйҙең Оборона министрлығының ижади коллективтарының һәм Башҡортостан артистарының концерт программаһын әҙерләгән. Тимер юлы воказалы перронында һалдат бутҡаһын да тәмләп буласаҡ.

Ошонда уҡ  “Контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һинең һайлауың” тигән башҡа төрлө акция ла уҙғарыла.

Агитпоезд 19 апрелдән Мәскәүҙең Киев вокзалында старт алды. Ул Рәсәйҙең 75 ҡалаһында туҡталасаҡ. Акция 3 июлдә башланған урында тамамлана.

Уның маҡсаты йәмғиәтебеҙҙә социаль-сәйәси тотороҡлоҡто булдырыу.

Сығанаҡ: "Республика Башҡортостан" гәзите сайты. 

Фото: Башҡортостандың Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас