

Ҡыйғы районы фермеры Әҙел Әхмәтдинов финанс ярҙамы һорап район хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында мөрәжәғәт итте һәм 582 мең һум күләмендә муниципаль субсидия алды. Был аҡсаға ул үҙ хужалығы өсөн орлоҡ тейәүсе һатып алған, тип хәбәр иттеләр төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәштлек итеү форматы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проек “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
– “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” эшҡыуарҙарға үҙ бизнесын үҫтереү өсөн кәрәкле ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Бындай осрашыуҙар республикала уңайлы инвестицион мөхит булдырыуға булышлыҡ итеп, бизнесмендар һәм власть органдары араһында ныҡлы бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Был Әҙил Әхмәтдиновтың дәүләт ярҙамы алған тәүге осрағы түгел. 2021 йылда Ул “Ҡыйғы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” программаһында ҡатнаша һәм 312 мең һум күләмендә субсидия ала, был яңы трактор һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итә.
Әҙил Әхмәтдинов үҙенең фермер хужалығын 2012 йылда ойошторған, шул ваҡыттан алып бизнес тотороҡло үҫешә. Әлеге ваҡытта уның фермаһы Ҡыйғы районында иң уңышлыларҙың береһе булып тора, 1026 гектар һөрөнтө ерҙе, шул иҫәптән 386 гектар күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм 640 гектар иген һәм техник культураларҙы эшкәртә. Бынан тыш, хужалыҡта 50 баш эре мал аҫрала.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru.