9 май - Еңеү көнө
29 Май 2025, 06:00

Еңеүҙең 80 йыллығына китаптар сыҡты

Китап байрамы асылған көндә, 30 майҙа, Башҡортостан "Китап" нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына сығарған китаптар менән танышыу сараһы уҙа. 

Еңеүҙең 80 йыллығына китаптар сыҡтыЕңеүҙең 80 йыллығына китаптар сыҡты
Еңеүҙең 80 йыллығына китаптар сыҡты

Китап байрамы асылған көндә, 30 майҙа, Башҡортостан "Китап" нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына сығарған китаптар менән танышыу сараһы уҙа. 

Башҡорт халҡы борон-борондан батырлығы менән дан тотҡан. Ул һәр саҡ Ватан һағында торған, ауыр саҡта илде дошмандарҙан һаҡлаған. 80 йыл әүәле донъяны фашист ҡоллоғонан азат иткән совет һалдатының батырлығы бөгөн дә йәшәй, тип билдәләй нәшриәт вәкилдәре. 

"Батырҙар юлы менән" йыйынтығы фронтовик-яҙыусыларҙың, башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәренән тора. Уларҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткән һалдаттар тураһында бәйән ителә.  

Ризван Хажиевтың "Помнят Высокие Татры"  китабында Бөйөк Ватан һуғышындағы ысынбарлыҡтағы хәлдәр һәм башҡорт разведчигы Вафа Әхмәҙуллин тураһында яҙа. 

Фәтих Кәримдең "Еңеү йыры" йыйынтығына уның шиғырҙары ингән. Фронтовик-шағир ике юғары хәрби наградаға лайыҡ була, Еңеүгә күп тә ҡалмағанда һәләк була. 

"Фронт ҡомартҡылары" йыйынтығында һуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәренең хаттары урын алған. Улар БР Миллли архивында һаҡлана. 

Зәйнәб Биишеваның "Партизан малай" китабында белорус уҡытыусыһының улы Павло менән башҡорт яугиренең улы Иректең дуҫлығы тураһында һөйләнелә. 

Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Беҙ - һуғыш балалары" китабында бала саҡтары ауыр осорға тура килгән 100-ҙән ашыу баланың хәтирәләре тупланған. 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас