9 май - Еңеү көнө
30 Май 2025, 14:35

Тарих китаптарында дөрөҫлөк сағыла

Яҙыусы, профессор Александр Черемин менән осрашыу ойошторолдо.

Тарих китаптарында дөрөҫлөк сағылаТарих китаптарында дөрөҫлөк сағыла
Тарих китаптарында дөрөҫлөк сағыла

Тарих китаптарында дөрөҫлөк сағыла

Китап байрамында файҙалы осрашыуҙар үткәрелә

Байрамдан һәр кем  фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм яңы мәғлүмәт алып ҡайтып китә ала. Яҙыусы, профессор Александр Черемин менән осрашыуҙан күптәр ҡәнәғәт ҡалғандыр.

Александр Черемин – тарихсы. Ул Рәсәй һәм сиктәш дәүләттәр тарихы буйынса китаптар яҙа, геосәйәсәт, антитеррор, фалеристика, хәрби тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, күренекле эшмәкәрҙәрҙең биографияһы, генеалогия, юҡҡа сыҡҡан дәүләттәрҙең тарихы темаларын өйрәнә.

Кисә китап байрамында Александр Черемин ҡыҙыҡлы ижади осрашыу үткәрде, яңы китаптарын тәҡдим итте.

Ул инде 50 йыл тирәһе тарих менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне. Тыуған яҡты өйрәнеүгә лә ҙур иғибар бүлә. Терроризмға ҡаршы көрәш тә уның ижадында ҙур урын алып тора.

Александр Череминдың эшендә төп маҡсаты – тарихты дөрөҫ итеп күрһәтеү. Уға ҡайһә берҙә фальсификация осраҡтары менән дә осрашырға тура килгән, бындай ваҡытта ул дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте бирмәгән. Яҙыусы үз ижадында деталдәргә һәм тарихи нескәлектәргә иғтибар итә.

Ул Китап байрамына яңы китаптарын да алып килгән. Йәрминкә ҡунағы кешеләрҙең китаптарҙа айырыуса “ҡыҙыу факттар” китерелеүҙе яратыуын билдәләне. Яҙыусы йәрминкәнең юғары дәрәжәлә ойошторолоуын һәм сараның әһәмиәтле булыуын билдәләне.

Мәғлүмәт: https://kiziltan.ru/articles/budni/2025-05-30/d-reslek-tarihchy-kitaplarynda-chagyla-4256850

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас