*Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
*Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
*Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
*Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
*Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
*Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
*Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
*Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙ`` булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
*Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
*Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Сулпан Әбдрәхимова фотоһы.