

Кисә таңғы 7.00-лә Баймаҡ районының Граф күленә 21 мең 640 суртан ебәрелде. Был хаҡта Рсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итә.
Файҙалы эш Рәсәй балыҡсылығы етәкселеге менән килешеү сиктәрендә башҡарыла. Белгестәр Граф күленең флораһын һәм фаунаһын алдан өйрәнгән һәм суртан ебәреү мөһимлеген билдәләгән.
-Беҙ ҡабул иткән закондарға ярашлы, балыҡтар һатып алыу сығымдарын һыу ресурстарына зыян килтергән предприятиелар түләй. Уҙған йылдың июнендә Балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ менән килешеү сиктәрендә Йылайыр һыу һаҡлағысына - 4 мең, Быҙаулыҡ һыу һаҡлағысына 20 мең суртан ебәрелде. Әле ул суртандар бер килограмға тиклем үҫкән тиҙәр. Ни өсөн тап Граф күле тип һораусылар ҙа юҡ түгел. Бынан биш йыл элек күлдең балығы ни өсөндөр үлгән. Бөгөнгө көнгә тиклем күлдә йыртҡыс балыҡтар булмаған, был ваҡ балыҡтарҙың күп булыуына килтергән: бәләкәс балыҡтар, шул иҫәптән ротан ныҡ үрсегән. Белгестәр әйтеүенсә, күлдәге карастар хәҙер эре булып китәсәк, ә ҡоротҡос – ротандар – ғәмәлдә юҡҡа сығасаҡ, сөнки суртандар уларҙы юҡ итәсәк. Шулай итеп, мажаралы хәлдәр менән, әммә имен-аман ғына суртандарыбыҙ Баймаҡ районына килеп етте. Өс йылдан улар 1,5 кг самаһы тартасаҡ һәм ыуылдырыҡ сәсәсәк, —тип яҙған социаль селтәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Депутаттың изге ғәмәленә балыҡсылар ҙа шатланды. Ни тиһәң дә, тиҙҙән суртан ҡармаҡларға Граф күленә йөрөргә мөмкинлек буласаҡ.
Фото: Зариф Байғусҡаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.