9 май - Еңеү көнө
16 Июнь 2025, 11:25

Әлеге ваҡытта кемдәргә һәм ҡайһы урмандарға инергә ярамай?

Иғтибар! Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә урмандарға һәм уларға транспорт сараларының инеүенә элек индерелгән сикләүҙәр оҙайтылды.

Әлеге ваҡытта кемдәргә һәм ҡайһы урмандарға инергә ярамай?Әлеге ваҡытта кемдәргә һәм ҡайһы урмандарға инергә ярамай?
Әлеге ваҡытта кемдәргә һәм ҡайһы урмандарға инергә ярамай?

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл 3 апрелдән 16 июнгә тиклем бөтәһе 11 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың етәүһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, берәүһе башҡа категориялы ерҙәрҙән, икәүһе тәбиғәт факторҙарынан, берәүһе электр тапшырыу линияларынан сыҡҡан. Утан 26,6 гектар майҙан ер зыян күргән.

Уҙған тәүлектә урмандарҙа янғындар теркәлмәгән. 16 июндә 6202 гектар майҙанда йылы нөктәләр һаны 269 данаға еткән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 3482 гектар майҙанда 197 осраҡ теркәлгән.

16 июнгә Башҡортостанда – 1-4-се, Хәйбулла районында 5-се класс янғын хәүефе фаразлана.

Иғтибар! Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә урмандарға һәм уларға транспорт сараларының инеүенә элек индерелгән сикләүҙәр 2025 йылдың 6 июленә тиклем оҙайтыла. Урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу һәм һатып алыу-һатыу килешеүенә ярашлы урмандарҙы һаҡлау, һаҡлау, тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыусы юридик шәхестәргә һәм граждандарға сикләүҙәр ҡағылмай. Әммә туристар һәм һунарсыларға ҡәтғи ҡағыла.

Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу граждандарға – 40 меңдән 50 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 60 меңдән 90 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә 600 меңдән бер миллион һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыуға килтерә.

Урман янғыны йәки урман янында янғындар осрағында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки берҙәм урман һағы номеры 8 (800) 100-94-00 буйынса шылтыратығыҙ.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас