+21 °С
Болотло


Дәүләт автоинспекция мәғлүмәттәре буйынса, 16 июндә сәғәт ун тирәһендә Әбйәлил районында, Аэропорт - Магнитогорск автомобиль юлының 11-се километрында, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет “ВАЗ-2110” автомобиленә идараны юғалтып, юлдан ситкә сығып ауҙарылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған.
Авария сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, ошондай фажиғәгә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: @bash_gibdd.