

16 июлдән 21-нә саҡлы Башҡортостанда “Зарница 2.0” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының Волга буйы федераль округы сборы үткәрелә.
Ул Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә уҙғарыла.
Сараны ойоштороусылар – Балалар һәм йәштәрҙең “Тәүгеләр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй йәмғиәт-дәүләт хәрәкәте һәм “ЮНАРМИЯ” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте.
Йыйында 14 команданан һигеҙ йәштән 17 йәшкә саҡлы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы буласаҡ. Республика Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәре өсөн ишектәрен аса. Балалар хәрби хеҙмәттең ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған моделдәрендә ҡатнашасаҡ. Башҡортостан өсөн Стәрлетамаҡтан “Росгвардия РБ” командаһы сығыш яһай, ул ярыштың төбәк этабында беренсе урынды яулағайны.
“Беҙ округ сборын үҙебеҙҙә ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итәбеҙ. Был мөһим ваҡиға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән үҫмерҙәрҙе берләштерәсәк. Сборҙан һуң унда ҡатнашыусылар яңы күнекмәләргә өйрәнеп кенә түгел, ә беҙҙең төбәк тураһындағы йылы тәьҫораттар менән дә ҡайтып китәсәк”, – ти БР Тәүгеләр хәрәкәте төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ранис Хәсәнов.
Фото: “Тәүгеләр хәрәкәте”.