9 май - Еңеү көнө
27 Июль 2025, 08:10

Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән

Быға нисек өлгәшелгән?

Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегәнРеспубликала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән
Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән

Республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар үлеме кәмегән

Быйыл тәүге алты айҙа төбәктә балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр теркәлгән: яңы тыуған сабыйҙар үлеме – 14,5%, балалар үлеме 16,5% кәмегән. Бөгөнгө көндә республикала етлекмәй тыуған сабыйҙар араһында иҫән ҡалыу 95 процент тәшкил итә.

Быға нисек өлгәшелгән:

- Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеү системаһын индерҙеләр - хәҙер иҫәптә тән ауырлығы түбән йәки ауыр патологиялы 1645 сабый тора.

- Республика балалар клиник дауаханаһында йәш сабыйҙар бүлеге эшләй: 3 меңдән ашыу сабый ҡаралған, 50-һе дауаханаға оҙатылған, 114-е “Салют” үҙәгендә реабилитация үткән.

 -Телемедицина үҙәге аша алыҫтан тороп консультациялар алыу әүҙем үҫешә.

Яңы тыуған сабыйҙар араһында үлемдең төп сәбәптәре - перинаталь осор торошо, тыумыштан килгән аномалиялар һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙары. Балалар араһында - йәрәхәттәр алыу, тышҡы тәьҫирҙәр, нервы системаһы ауырыуҙары һәм онкология.

Тышҡы сәбәптәрҙең үлемгә килтереүе күп осраҡта 15-17 йәшкә тура килә. Һуңғы алты йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме ике тапҡырға тиерлек кәмегән, хәҙер ул уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк.

“Был яҡшы һөҙөмтә. Мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым”, - тип билдәләне Владимир Путин Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп.

Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау Һәм Хеҙмәт министрлыҡтары юғары социаль хәүефле ғаиләләр менән эште әүҙемләштерә.

Нимәләр планлаштырыла:

- Адреслы медицина-социаль патронаж

- Йәрәхәттәрҙе, ағыуланыуҙарҙы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү

- Хәүеф янаған ауырлы ҡатындарҙы перинаталь үҙәктәргә һалыу

- Неонатологтарҙың, акушерҙарҙың һәм анестезиологтарҙың квалификацияһын күтәреү.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас