

Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында йәшәгән инәй бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән.
Ғәйшә Әбделмәнова Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Йәш сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә, 16 йәшенән аслыҡҡа, һыуыҡтарға бирешмәй урман эштәрендә йөрөй.
Һуғыштан һуң мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Пенсияға ла шунан сыға.
Ғәйшә Хөснөлхаҡ ҡыҙы тормош иптәше менән биш балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Ире менән оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерәләр.
“Ғәйшә Хөснөлхаҡ ҡыҙы талапсан, ғәҙел, изге күңелле һәм ихлас булыуы менән айырылып тора. Уның оҙон ғүмерле булыуының сере - һәр саҡ хәрәкәттә булыуында һәм изгелек ҡылырға ашҡыныуынд”а, тип билдәләне район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.