

Артур Хәсәновтың картинаһы Хәрби Дан музейында урын алды
Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Полотно Армия мәҙәниәте көндәренә ярашлы республиканың Хәрби Дан музейында асылған “Рәсәй. Донбасс. МХО” күргәҙмәһендә абруйлы урын биләне. Уны мотоуҡсылар полкы хәрби хеҙмәткәре Артур Хәсәнов яҙған. Ул картинаһын быйыл май айында төбәк етәксеһенә шәхсән үҙе тапшырғайны. “Геройҙар ере — ваҡыт йылғаһы” картинаһының сюжеты Башҡортостан яугирҙәре быуындарының күсәгилешлеген символлаштыра.
“Был бик тулҡынландырғыс һәм үҙенең йөкмәткеһе буйынса көслө картина. Беҙ уны мөмкин тиклем күберәк кеше күрә алырлыҡ итеп урынлаштырасаҡбыҙ», — тип вәғәҙә биргәйне ул саҡта Радий Фәрит улы. Бөгөн был вәғәҙә үтәлде: экспонат киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителә, һәм күргәҙмәгә килеүселәр уны баһалай ала.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/Vremya%20geroev/2025-08-22/radiy-habirov-peredal-muzeyu-boevoy-slavy-v-ufe-kartinu-uchastnika-svo-4358501
Фото: пресс-служба Дней армейской культуры.