Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
23 Август 2025, 20:00

Башҡорт телендә 8 миллион тапҡыр уҡығандар!

- Һуғыш ҡасан булһа ла бөтөр, ә тарих, тере тарих, ҡаласаҡ. Беҙ алғы һыҙыҡта булып, ялан уртаһындағы блиндажда йоҡланыҡ. Бындайҙы күргәс, шым ҡалып булмай, китап яҙылды. Ысын тарихын белгән халыҡ – көслө һәм бөйөк халыҡ. Кеше намыҫы – халҡының хәтере, тиҙәр бит. Бөгөн беҙ ул намыҫты юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ, - ти Мөнир Ҡунафин.

Башҡорт телендә 8 миллион тапҡыр уҡығандар!
Башҡорт телендә 8 миллион тапҡыр уҡығандар!

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, “Ағиҙел” журналы редакторы Мөнир Ҡунафин Армия мәҙәниәте көндәренә ярашлы үткәрелгән Үҙәкләштерелгән библиотекалар системалары директорҙары осрашыуында ҡатнашты.

- Беҙ, яҙыусылар, тарих яҙабыҙ. Махсус хәрби операция темаһына минең китаптар, юлъяҙмаларым, очерктарым сыҡты, пьесалар ҙа яҙылды. Мин бәләкәй саҡта олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән йәшәнем. Ул миңә һуғыш тураһында күп һөйләне.  Шул һуғыш тураһында “Йәш гвардия”, “Ысын кеше тураһында повесть”, геройҙар, пионерҙар тураһында китаптар уҡып үҫкән быуын беҙ. Уларҙы ҡат-ҡат уҡый инек, геройҙарҙың батырлыҡтарына һоҡландыҡ, уларға оҡшарға тырыштыҡ. Хатта 13 йәшемдә яҙған хикәйәм дә һуғыш тураһында ине, - тип иҫтәлектәре менән бүлеште яҙыусы.

Мөнир Ҡунафиндың журналист яҙмаларының күптәре Бөйөк Ватан һуғышы, афған ветерандарына, һәм, әлбиттә, махсус хәрби операция  ҡатнашыусыларына арналған. МХО темаһына ҡағылышлы тәүге очергы – батыр яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында “Бер генә ғүмер етмәй икән” яҙмаһы. Башҡорт телендә генә уны һигеҙ миллион тапҡыр уҡығандар! Тик автор герой тураһында башҡаларҙың һөйләгәненә генә риза булмайынса үҙе махсус хәрби оперрация зонаһына барып ҡайта. Ижади командировка менән ул унда ике тапҡыр була.

- Һуғыш ҡасан булһа ла бөтөр, ә тарих, тере тарих, ҡаласаҡ. Беҙ алғы һыҙыҡта булып, ялан уртаһындағы блиндажда йоҡланыҡ. Бындайҙы күргәс, өндәшмәй ҡалып булмай, китап яҙылды. Ысын тарихын белгән халыҡ – көслө һәм бөйөк халыҡ. Кеше намыҫы – халҡының хәтере, тиҙәр бит. Бөгөн беҙ ул намыҫты юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ, - ти Мөнир Ҡунафин.

МХО тураһында һуңғы китабы “МХО. Мин яуҙа тере ҡалдым” “АСТ” Мәскәү нәшриәтендә баҫылған. Улар Мөнир Сәхиулла улының яу көндәлектәрен журналда күреп ҡала һәм МХО зонаһынан икенсегә ҡайтып ҡына торғанында шылтырата.   

- Унда нимәләр күргәнем, уйланыуҙарым – барыһы ла ошо китапта. Ә мин һыҙланыуҙар ғына түгел, ә яугирҙәребеҙҙең илһөйәрлеген, ихласлығын, дуҫлығын да күрҙем, - ти яҙыусы.

Бынан тыш, Йәштәр театры Мөнир Сәхиулла улының “Бер ғүмер генә етмәй икән” драмаһы буйынса спектакль ҡуйҙы. Татар театры өсөн яңы пьеса - ”Һәр һалдаттың яҙмышы” яҙыла. Премьера октябрь аҙағына планлаштырылған. Композитор Заһир Байыҡ менән ижади берлектә өс йыр ижад ителгән, ул ун йырҙан торған цикл буласаҡ. Һуңғы айҙа яҙыусы отпускыһында  хәрби операция тураһында “Яралы тынлыҡ” исемле ун махсус хикәйәләр циклын яҙа.  

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас