“Был йырҙар беҙгә әсә һөтө менән һеңгән”
Артур Нәзиуллин “Көҙ романтикаһы” фестивале тураһында.
Быйыл III халыҡ-ара “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивале Башҡортостанда тәүге тапҡыр Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙғарыла. Беренсе көндә маэстро Дмитрий Крюков һәм киң билдәле солистар: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкова етәкселегендәге Башҡортостан Дәүләт оркестры башҡарыуында һуғыш йылдарындағы яратҡан йырҙарыбыҙ яңғыраны.
- Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, һәм беҙ уны бөтәһенә лә яҡшы таныш һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмаған йырҙар менән асабыҙ, - тип уртаҡлашты БР Дәүләт оркестры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин. - Беҙ уларҙы әсә һөтө менән һеңдергәнбеҙ, һәм, юғалтыуҙарҙың әселеген иҫкә төшөрөп, уларҙы бергәләп йырларбыҙ, иларбыҙ, һәм ғәҙеллек тантанаһына шатланырбыҙ.
Бөгөн, 23 августа, Совет майҙанында БР Дәүләт оркестры менән бергә Бөйөк Британиянан саҡырылған ҡунаҡ — пианист Фредерик Кемпф сығыш яһаясаҡ, ул Петр Чайковскийҙың беренсе фортепиано концертын башҡарасаҡ, ә концерттың икенсе бүлегендә Дмитрий Шостаковичтың билдәле “Ленинград” симфонияһы яңғыраясаҡ.
24 августа кис ҡунаҡтар рус һәм башҡорт академия композиторҙар мәктәбенең симфоник шедеврҙарын ишетәсәк.
12+.
Фото: Артур Ғилманов.