Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
23 Август 2025, 17:30

"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"

Берҙәмлек тураһында йыш һөйләйбеҙ. Ғәмәлдә был замандашыңа, яҡташыңа, яуҙашыңа, иптәшеңә ярҙам иткәндә асыҡ күренә.

"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"
"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"

Берҙәмлек тураһында йыш һөйләйбеҙ. Ғәмәлдә был замандашыңа, яҡташыңа, яуҙашыңа, иптәшеңә ярҙам иткәндә асыҡ күренә. Хәрби операцияға барырға контрактҡа ҡул ҡуйғас хеҙмәттәштәр араһынан иң беренсе булып Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире  Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов шылтыратып мине ҡеүәтләүен һәм аңлауын белдерҙе.

Ул махсус хәрби операция башланғандан алып Ватанды һаҡлаусылар менән бергә. Вәдүт Ғәйфулла улы ҡәләмен осланы һәм хәрби корреспондент булып китте. 2024 йылдың декабрендә ул “Достоверность. Ответственность. Мужество” беренсе республика премияһы лауреаты булды. Унда ла аҡсаһының бер өлөшөн Вәдүт Исхаҡов МХО яугирҙәренә ярҙамға йүнәлтте. Минең үҙемә шәхсән  FPV-дрон һатып алып килгән, уны үҙебеҙҙең белгестәргә тапшырасаҡмын.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм теләктәшлегегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Ҙур рәхмәт, хеҙмәттәш, дуҫ һәм иптәш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

 

"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"
"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"
"Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ"
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас