Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Август 2025, 21:15

Өфөгә Еңеү орденын килтергәндәр

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында “Армия культуры” күргәҙмә экспозицияһы эшләй. Унда ҡәҙерле һәм һирәк экспонаттарҙың береһе – Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейынан килтерелгән Еңеү ордены.

Өфөгә Еңеү орденын килтергәндәр
Өфөгә Еңеү орденын килтергәндәр

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында “Армия культуры” күргәҙмә экспозицияһы эшләй. Унда ҡәҙерле һәм һирәк экспонаттарҙың береһе – Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейынан килтерелгән Еңеү ордены.

“ Еңеү ордены - СССР-ҙың юғары хәрби ордены, ул хәрби етәкселәргә хәрби операцияларҙы уңышлы үткәргән өсөн тапшырылған. Бөтәһе 20 награда бирелә һәм 17 орден кавалеры була (өсәүһе ике тапҡыр наградлана).  Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейында биш Еңеү ордены һаҡлана: Георгий Жуковтың ике, Александр Василевскийҙың шулай уҡ ике һәм Родион Малиновскийҙың наградалары. Уларҙың береһен БР Милли музейында 22 - 27 августа, Армия мәҙәниәте көндәре үткәндә, күрергә мөмкин. Шулай уҡ күргәҙмәлә Үҙәк музейҙан килтерелгән Еңеү байрағының күсермәһе, артистарҙың сәхнә костюмдары, мәҙәни фронттағы ҡаҙаныштарҙы раҫлаған наградалар, билдәләр һәм башҡа әйберҙәр ҡуйыла.

 "Был көндәрҙә беҙгә айырыуса кеше күп килде. Воронеж, Тула, Ырымбур ҡалаларынан ҡунаҡтар булды, урта йәштәгеләр, йәштәр, уҡыусылар килә. Барыһы ла илебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына”, – тип һөйләне музейҙың тарих бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре Лариса Рамазанова.

Мәҫәлән, музейҙың баһаламалар китабында ошондай яҙма ҡалдырғандар: "Ҡырым ҡунағы һоҡланыуын белдерә. Ошондай танып белеү экскурсияһы өсөн рәхмәт. Бик оҡшаны - күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы булды. Елизавета”.

Ҡыйғы районынан Илһам яҙа: "Бөйөк Ватан һуғышы, батырлыҡ, бөйөк Еңеүебеҙ тураһында материалдар айырыуса һоҡландыра. Музейҙы үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт”.

Фото пресс-службы Дней армейской культуры.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-08-25/v-ufu-privezli-orden-pobeda-4360332

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас