Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Август 2025, 19:00

Иң йәш ҡатнашыусы Һарытауҙан 13 йәшлек уҡыусы буласаҡ

26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында дүртенсе Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” асыҡ патриотик йыр конкурсы үтә. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыусылар географияһы киңәйә - был юлы ойоштороу комитетына илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Өфөнөң Совет майҙаны ҡунаҡтарҙы көтә. Сәғәт 18.00-дә башлана. Инеү ирекле.

Иң йәш ҡатнашыусы Һарытауҙан 13 йәшлек уҡыусы буласаҡ
Иң йәш ҡатнашыусы Һарытауҙан 13 йәшлек уҡыусы буласаҡ

26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында дүртенсе Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” асыҡ патриотик йыр конкурсы үтә. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыусылар географияһы киңәйә - был юлы ойоштороу комитетына илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурстың үҙенсәлеге шунда: унда төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар ҡатнаша ала. 2025 йылда иң йәш ҡатнашыусы - Һарытауҙан 13 йәшлек Елизавета Саксельцева. Ул тамашасылар хөкөмөнә “Беҙҙең бәләкәй планета” йырын тәҡдим итә.

Шулай уҡ йыр конкурсында Стәрлетамаҡтан “Павильон” рок төркөмө ҡатнаша. Коллектив менән МХО ветераны Илья Столетов етәкселек итә. Музыканттар махсус хәрби операция башланғандан алып хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә, хәрби күнекмәләр үткәргән урындарҙа сығыш яһай. Ярымфиналда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә.

Ә 27 августа финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнәсәк. Көньяҡ хәрби округының “Рубин йондоҙо” фронт бригадаһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина абруйлы ҡунаҡтар буласаҡ. Ул шулай уҡ жюри етәксеһе лә була, уның составына композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, шағирә Кристина Андрианова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова инәсәк.

 26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙаны ҡунаҡтарҙы көтә. Сәғәт 18.00-дә башлана. Инеү ирекле.  
  0+.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас