Нестеров исемендәге художество музейы Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Был сара Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәренә ярашлы тормошҡа ашырылды. РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер билдәләүенсә, килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң ике мәҙәниәт учреждениеһының үҙ-ара эше башланасаҡ.
- Төп геройҙар бөгөн - ике уникаль музей. Үҙәк хәрби мәҙәниәт учреждениелары ынйыһы - Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы һәм Башҡортостан ынйыһы - Нестеров исемендәге художество музейы. Был армия, мәҙәниәт, берҙәмлекте кәүҙәләндерә, - тине ул.
Нестеров исемендәге художество музейы директоры Айрат Тереғолов әйтеүенсә, Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы менән берлектә эшләү яңы проекттарға юл асасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Нестеров исемендәге музейҙа "Рәсәйҙе яңынан, бергә асабыҙ” күргәҙмәһе эшләй, унда Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының әҫәрҙәре ҡуйылған.