Бөгөн Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 126 йыл.
Уға 42 йәшендә дивизияны ышанып тапшыралар. 1941 йылда ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, 4 мең километр хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, гвардия дивизияһы исеменә, икенсе дәрәжә Суворов, Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була. Башҡорт атлылары сафынан 78 һалдат һәм офицерға – Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишеһенә Дан ордены тапшырыла.
Халҡыбыҙ генерал Шайморатовты онотмай, уның исемен мәңгеләштереү беҙҙең көндәрҙә лә дауам итә:
- 2019 йылдан хәрби ҡаһарманлыҡ һәм йәмәғәт тыныслығын һаҡлауҙағы батырлыҡ өсөн Башҡортостанда Шайморатов ордены булдырылды;
- 2020 йылда Владимир Путин указы менән ҡаһарманыбыҙға үлгәндән һуң “Рәсәй Федерацияһы Геройы” исеме бирелде;
- 2022 йылда Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа Радий Хәбиров башланғысы менән төҙөлгән һәйкәл асылды;
- Данлыҡлы генералдың исемен Өфөләге 104-се мәктәп, республика белем усаҡтарының махсус кластары, Рәсәй Милли гвардияһының Өфөләге махсус тәғәйенләнеш отряды, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр батальоны йөрөтә, уға арнап әҫәрҙәр ижад ителә, фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла.