Туймазы районында 86 йәшлек пенсионер ҡатын мутлашыусыларға 6,5 миллион һум аҡса ебәргән.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, телефонға билдәһеҙ кеше шылтырата, ул үҙен телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Яңы килешеү төҙөү һәм яңы линия асыу һылтауы менән ул шәхси мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеген ала.
Бер аҙҙан икенсе кеше шылтыратып, үҙен Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра һәм аҡсаның хәүеф аҫтында булыуына, ә уны һаҡлау өсөн аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклегенә ышандыра. Пенсионер ҡатын 6 миллион һум аҡса алып, уларҙы мутлашыусыларға күсерә.
Енәйәтселәр унан тағы ла 800 мең һум аҡса урларға маташа, әммә банк хеҙмәткәрҙәрендә был шик тыуҙыра һәм улар операцияны ғәмәлгә ашырыуҙан баш тартып, полицияға мөрәжәғәт итә.
Оло йәштәге туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ: Федераль именлек хеҙмәте шылтыратмай, улар килә!
Нәсих Хәлисов фотоһы.