Башҡортостан 2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһында тулыһынса тәртип булдырырға ниәтләй. Был – республика өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Ошо йәһәттән власть органдары медицина учреждениеларын кадрҙар менән тулыландырыу, белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өҫтөндә эшләйәсәк. Ғөмүмән, республикала медицина хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау буйынса эш яҡшы ойошторолған, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм тармаҡты яңыртыу программалары берлектә хәл ителә. Поликлиника һәм амбулаторияларҙы белгестәр менән тәьмин итеүҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан тыш, 15 медицина колледжы һәм уларҙың филиалдары ҙур өлөш индерә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, студент осоронан башлап, һәр бер буласаҡ белгес өсөн карьера үҫеше, хеҙмәт юлы билдәләнә. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ сыҡҡанда Башҡортостан Башлығы ауылдарҙа белгестәргә ҡытлыҡтың йомшарыуын билдәләне һәм был йәһәттән ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың ваҡытлы булыуын белдерҙе.
– Беҙҙә “Ауыл табибы”,”Ауыл фельдшеры” һәм “ Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар" программалары уңышлы эшләй. Был башланғыс артабан да дауам иттереләсәк. Мәсьәләне хәл итеүгә муниципалитет башлыҡтары ла йәлеп ителергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
2023 йыл менән сағыштырғанда былтыр табиптар һаны 312 кешегә артҡан. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән түләүҙәр ҙә артҡан, 279 медицина хеҙмәткәренә 280 миллион һумлыҡ аҡса түләнгән. Медицина колледждарында бюджет урындарының 1,5 меңгә арттырылыуы, яңы филиалдар барлыҡҡа килеүе, эш шарттарының яҡшырыуы тармаҡтың киләсәгенә ышаныс тыуҙыра. Белем биреү ойошмаларына грант средстволарын йәлеп итеү - кадрҙар сәйәсәтен нығытыуҙа тағы бер уңышлы сара. Мәҫәлән, былтыр Өфө медицина колледжы Башҡортостан Хөкүмәтенең 30 миллион һумлыҡ грантын отто. Ә Бөрө медик-фармацевтика колледжы 100 миллион һумлыҡ федераль грант алыуға өлгәште.
Республикала ошо системалы башҡарылған эш һөҙөмтәһендә үлем кимәлен бер ни тиклем кәметеү мөмкин булды. Төп милли маҡсатыбыҙ барыбыҙға яҡшы билдәле – 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йылға еткереү. Ә 2036 йылға был күрһәткесте 81 йәшкә тиклем еткереү күҙаллана. Былтыр республика тарихында иң юғары ғүмер оҙайлығы билдәләнде – 73,2 йыл. Өлгәшелгәндәр сик түгел, был хаҡта республика етәксеһе сығыштарында ла әйтеп үтте.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
“Тотош алғанда беҙҙең медицина һуңғы йылдарҙағы заман һынауҙарын лайыҡлы үтә. Уның тағы көслөрөк булыуына ышанам. Шуныһы ла бик мөһим, беҙ кешеләрҙең сәләмәтлектәре менән шөғөлләнеүҙәрен, оҙайлы һәм әүҙем тормош менән йәшәргә теләүҙәрен күрәбеҙ”.
Республикабыҙҙа иң яҡшы, белемле, эҙләнеүсән табиптар эшләүенә шаһитбыҙ. Быйыл бер юлы биш медицина хеҙмәткәре Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы табибы” конкурсында еңеүсе булды. Лайыҡлы наградаларҙы улар “Милли һаулыҡ һаҡлау” милли конгресында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡулынан алды. Шуларҙың береһе Сибай ҡала дауаханаһының акушеры Алита Борискова:
“Беҙҙең Сибай ҡала дауаханаһы үҙенең берҙәм коллективы менән дан тота. Эшеңә яуаплылыҡ, профессияға тоғролоҡ көслө. Коллективтың йәштәр менән тулыланыуы һөйөндөрә. Бала табыу бүлексәһендә әсәнең һәм сабыйҙың сәләмәтлеге өсөн йәнен бирерҙәй булып эшләгән хеҙмәттәштәрем менән ғорурлана алам. 43 йыл хеҙмәт дәүерендә акушерлыҡ өлкәһе лә ҙур үҙгәреш кисерҙе. Беҙ был яңылыҡтарға ла, эш ритмына ла күнегеп бөттөк инде. Сәләмәт бала донъяға килһен өсөн әсәнең һаулығы ентекле тикшерелә, скринингтар үткәрелә, тайпылыштар иртә осорҙа асыҡлана һәм тейешле дауалау саралары күрелә”.
Фото:"Бәйләнештә".