Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Декабрь 2025, 16:45

Раушания торт бешерә

Декрет ялында ултырыуына ҡарамаҫтан, йәш әсә яратҡан шөғөлөнә тотонған.

Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә

Раушания Ғайсина – Баймаҡ ҡыҙы. Сибай институтын уңышлы тамамлап, алдына ҙур пландар ҡуйып йөрөгән ҡыҙ бер ваҡытта ла ауыл егетенә кейәүгә сығып, унда төпләнеп ҡалыуын башына ла килтермәй. Әммә йөрәккә бойороп булмай икән. Яратһаң, һөйгәнең менән ер сигенә лә китергә риза булаһың, тип йылмая ул.

—Билалда туғандарыма килеп-китеп йөрөйөм, йәштәр менән клубҡа сығабыҙ, осрашабыҙ. Тап шул кистәрҙең береһендә буласаҡ ирем Фәнир менән таныштыҡ, оҙата килде. Аҙаҡтан телефондан аралашабыҙ, Баймаҡ йәки Сибайға килеп етә, гөлләмәләр бүләк итә. Әммә ул да, мин дә ҡоҙаса менән ҡоҙа икәнде белмәнек (көлә). Ниндәйҙер байрамға Билалға ҡунаҡҡа килдек, Фәнирҙе лә саҡырған булып сыҡтылар. Бер-беребеҙҙе күреп аптырап ҡалдыҡ, аҙаҡ ҡына яҡын ҡоҙа менән ҡоҙаса икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. 2014 йылда өйләнештек, бик матур туйыбыҙ үтте. Алты йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнек, аҙаҡ үҙ көсөбөҙ менән ҙур һәм күркәм йорт һалып сыҡтыҡ, – ти Раушания Ғайсина.

Ауылда йәш ғаиләләр күпләп йорттар һала, тотош йәштәр урамы барлыҡҡа килгән. Береһенән-береһе күркәм, зауыҡ менән төҙөлгән ике ҡатлы йорттар араһынан Ғайсиндарҙыҡын табыуы ауыр булманы. Нисектер тыштан уҡ үҙенең матурлығы менән йәлеп итеп ултыра ул. Ихатаға килеп кергәс тә балалар өсөн уйын майҙансығы, әүһәләк эшләнгән, ике ҡатлы йорттоң бүленеше лә төплө уйланылған. Ике айы ла тулмаған Эмилия рәхәтләнеп йоҡлай, Әҙилә апайы 4-се класта уҡый, Әминәгә дүрт йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.

Өс ҡыҙ әсәһе Билал урта мәктәбендә педагог–психолог булып эшләп, декрет ялына сыҡҡан. Ире Фәнир алыҫ Сахалин яҡтарында эшләй. Шуға күрә донъя йөгөн алып барыу, балаларҙы тәрбиәләү ҙә башлыса йәш әсә иңенә төшә. Бер ҡараһаң, көндәлек эш, балаларҙы ҡарау ҙа етәрлек кеүек, әммә геройым заказға торттар бешерә. Яратҡан шөғөлгә тотоноуы ла юҡтан ғына килеп сыҡмаған.

—Ҡыҙҙарымдың береһенең тыуған көнөнә торт алырға булдым. Һайлап йөрөгәс, береһенә туҡталдым. Хаҡын түләгәс, минең өсөн ныҡ ҡыйбат булып күренде. Тыуған көндө үткәреп, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, һауыт-һабаны йыуып торам, үҙем уйлайым. “Ниңә шул тортты бешереп ҡарамаҫҡа, ҡыйбат хаҡҡа алғансы”, – тигән уйҙар менән йоҡларға яттым. Интернеттан торттар бешергән бер нисә видеоларҙы ҡараным, аҙаҡ оноттом. Икенсе ҡыҙымдың тыуған көнө яҡынлашҡас, үҙем торт эшләргә булдым һәм килеп сыҡты! Балалар шул тиклем яратып ашаны, артабан был хаҡта “йүкә телефон” йәки “сарафанлы радио” аша таралды һәм заказ биреүселәр барлыҡҡа килде. Күберәк балаларҙың тыуған көндәренә заказдар күп, туйҙарға, юбилейҙарға ла һорайҙар. Үҙем машина йөрөтәм, яҡыныраҡ ауылдарға тортты үҙем алып барам, бигерәк тә туй тантаналарына. Сөнки туйға әҙерләгән торт бер нисә ҡатлы йә иһә ҙур күләмдә була, шуға үҙем шәхсән алып барып тапшырам. Хәҙер кешеләр магазиндан торт алырға тырышмай, заказға эшләтә. Сөнки былай үҙҙәре теләгәнсә килеп сыға, сифатлы ла, тәмле лә. Торт бешереү миңә оҡшай, бар күңелемде һалып башҡарам. Өс ҡыҙ әсәһе булараҡ та, ҡыҙҙарымды ла бәләкәйҙән аш-һыуға ҡарата һөйөү тәрбиәләйем, улар ҙа миңә ҡарап үҙҙәренсә нимәлер бешеренергә өйрәнә, ҡамыр менән булыша. Тортты биҙәү үҙенә күрә бер матурлыҡ тыуҙырыу, ижади эш кеүек, бигерәк тә шул урынын нығыраҡ яратам, бар фантазиямды эшкә ҡушам. Эшем – күңел талабы, килем дә килтереүсе сығанаҡ булып тора, – тип йылмая Раушания ханым.

Аҙнаһына бер нисә торт бешерергә тура килә, заказ биреүселәр алдан уҡ яҙылып ҡуя.

Фото: геройҙың шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Раушания торт бешерә
Автор: Карима Усманова
Читайте нас