Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
15 Ғинуар , 08:30

441 мәктәптә һанлы инфраструктура булдырылды

Уҡытыусылар мобиль ҡоролмаларҙан: ноутбуктарҙан, планшеттарҙан һәм смартфондарҙан селтәргә сығыу мөмкинлегенә эйә, ә уҡыусылар белем биреү ресурстарына инә ала

441 мәктәптә һанлы инфраструктура булдырылды
441 мәктәптә һанлы инфраструктура булдырылды

Элемтә операторы 2025 йылда “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы үҙгәртеү” милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”)  тормошҡа ашырыу барышында республиканың 441 мәктәбендә һанлы инфраструктура булдырҙы. Был хаҡта Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр.

Компания белгестәре 5693 вай-фай инеү нөктәһен, 1682 видеокүҙәтеү камераһын һәм 452 видеорегистраторҙы билдәләй. Вай-фай нөктәләре менән уҡыу кластары, тамаша һәм спорт залдары йыһазландырылған. Уҡытыусылар мобиль ҡоролмаларҙан: ноутбуктарҙан, планшеттарҙан һәм смартфондарҙан селтәргә сығыу мөмкинлегенә эйә, ә уҡыусылар белем биреү ресурстарына инеү мөмкинлеген алған. Мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге ҡала мәктәптәрендә - 100 мбит/с-тан, ә бәләкәй тораҡ пункттарҙа 50 мбит/с-тан кәм түгел. Ҡулланыусылар һаны артҡан һайын каналдың киңәйеүе ихтимал.

Күҙәтеү камералары бинаға инеү ишектәре өҫтөндә ҡуйылған. Видеояҙмалар бер ай дауамында локаль серверҙарҙа һаҡланған осраҡта, артабан “Хәүефһеҙ ҡала” комплексы менән интеграция мөмкинлеге буласаҡ, унан улар инциденттарға оператив яуап биреү өсөн берҙәм мониторинг үҙәгенә йүнәлтеләсәк.

– Эштәр июлдә башланды һәм биш айҙан ашыу дауам итте. Һәр мәктәпкә тиклем оптика һуҙырға, уның эсендә бүлеү селтәрен төҙөргә кәрәк булды. Был ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап иткән мәсьәлә, бигерәк тә мәктәптәр ҙур территорияға бүленгән. Проектҡа компанияның бөтә 14 сервис үҙәге йәлеп ителде, – тип уртаҡлашты “Ростелеком” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы генераль директоры Сергей Нищев.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын цифрлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм алдынғылыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы цифрлы сервистар рәсәйҙәрҙең тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, һәм кибермошенничествоға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма интеллект үҫешә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас