Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Ғинуар , 19:15

Өйҙәге насар энергия – бының билдәләре ниндәй

Ул нилектән барлыҡҡа килә һәм өйҙөң ҡотон нисек яҡшыртырға?

Өйҙәге насар энергия – бының билдәләре ниндәй
Өйҙәге насар энергия – бының билдәләре ниндәй

Өйҙә энергия насар булһа:
- Көнкүреш техникаһы йыш ватыла, лампочкалар тиҙ яна.
- Бүлмә гөлдәре тиҙ ҡорой, ә йорт хайуандары йыш сирләй.
- Өйҙә тын алыуы “ауыр”, хатта ҡайтаһы килмәй.
- Шәм яндырып ҡарағыҙ – әгәр ул тыныс итеп янмай икән, тимәк, өйҙә энергия яҡшы түгел.

Өйҙә насар энергетика ни өсөн йыйыла һуң?
Быға өйҙөң йыйыштырылмаған булыуы, иҫке әйберҙәр, сатнаған һауыт-һаба булышлыҡ итә.
Шулай уҡ бысраҡлыҡ, туҙан да – насар энергетиканың инеше.
Бынан тыш, ғаилә ағзаларын гел ирешеп-талашыуы, һүҙгә килешеүе, күҙ йәштәре өйҙөң ҡотон кәметә.

Өйҙө насар энергиянан таҙартыу ысулдары:
Иҙән йыуғанда һыуығыҙға тоҙ һалығыҙ. Бер биҙрә һыуға 1-2 ҡалаҡ тоҙ етә. Айырыуса тупһаларҙы, өй мөйөштәрен ентекле итеп йыуығыҙ.
Йышыраҡ шәмдәр яндырығыҙ – ут энергияны таҙартасаҡ.
Бынан тыш, даими рәүештә кәрәкмәгән өйбәрҙәрҙән, кейем-һалымдан арынып торорға кәрәк.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас