Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен яҡлау һәм хуплау маҡсатында һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан "Алға-Патриот" төбәк йәмәғәт патриотик хәрәкәте "Бөтәһе лә Еңеү өсөн" тигән флешмоб ойошторҙо. Ул Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтте.
Патриотик флешмоб барғанда туҡымалағы "Все для Победы! Барыһы ла Еңеү өсөн!" тигән яҙыуҙы уҡырға мөмкин ине. Шулай уҡ махсус хәрби операция батальондарының флагы ла эргә-тирәгә йәм өҫтәне. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.
"Алға-Патриот" төбәк йәмәғәт патриотик хәрәкәте етәксеһе Ринат Хәбиров Рәсәйҙең бөйөк держава булыуына баҫым яһаны, илебеҙҙең батырҙары менән ғорурланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм сығышын Ватан тураһындағы шиғыр менән тамамланы.
Ринат Флүр улы барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың һәммәһенә лә тыуған яҡтарына иҫән-һау һәм Еңеү менән ҡайтыуын теләне.
Флешмобты асыу кеүек яуаплы бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кесе сержант Сергей Мухинға тапшырылды.
Ысынлап та, майҙанға алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Унда олоһо ла, кесеһе лә ашҡынып килеп еткән. Беҙгә бер нисә кеше менән аралашыу мөмкинлеге булды. Мәҫәлән, Илгизә Райханова әйтеүенсә, уның яҡын туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ике егет өлөшләтә мобилизацияға эләккән, бүтәндәре Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Әйткәндәй, уның ҡартатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, илебеҙгә тыныс тормош бүләк итеү өсөн үҙен аямаған. Флешмоб тураһында социаль селтәрҙән белгән һәм бында юлланған.
– Йәштәр – беҙҙең киләсәк, тигәнде йыш ишеткәнем бар, – тине Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Диана Кәримова. – Бында дөрөҫлөк ярылып ята. Киләсәк, ысынында, беҙҙең ҡулда булырға тейеш. Ә дилбегәне үҙебеҙгә алыр өсөн тырышып уҡырға кәрәк, тәрән белемле булыу зарур. Шуның өсөн дә майҙанға килдем дә инде. Беҙ дөйөм ятаҡтың бүлмәһендә дүрт ҡыҙ йәшәйбеҙ, өс иптәшемде лә үҙемдең артынан эйәрттем.
Аҙаҡтан хөрмәтле ҡунаҡтар Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, яу яланында батырҙарса һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫләне. Рәсәй Геройына бағышланған йыр иһә әллә күпме ваҡыт алыҫтарға ишетелеп торҙо.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!