9 май - Еңеү көнө
3 Апреля , 06:00

Сәйәсмәндәр Башҡортостанға ышаныс менән ҡарай

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы билдәләүенсә, 2030 йылдар перспективаһында халыҡ-ара әһәмиәтендәге мөһим фәнни- технологик үҙәк булараҡ, Башҡортостандың роле артабан үҫәсәк кенә. Сәйәсмәндәрҙең бындай ышаныслы ҡарарға килеүе өсөн ниндәй нигеҙ бар?

Сәйәсмәндәр Башҡортостанға ышаныс менән ҡарайСәйәсмәндәр Башҡортостанға ышаныс менән ҡарай
Сәйәсмәндәр Башҡортостанға ышаныс менән ҡарай

 

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы билдәләүенсә, 2030 йылдар перспективаһында халыҡ-ара әһәмиәтендәге мөһим фәнни- технологик үҙәк булараҡ, Башҡортостандың роле артабан үҫәсәк кенә. Сәйәсмәндәрҙең бындай ышаныслы ҡарарға килеүе өсөн ниндәй нигеҙ бар?

Тикшеренеүселәр республиканың 2019-2025 йылдарҙағы позитив үҫеш динамикаһын күҙәтеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге команданың дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә иҡтисадты һәм сәнәғәтте көсәйтеүен билдәләй. Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының доклады һуңғы йылдарҙа Башҡортостан үҫешендәге позитив динамиканы сағылдырыуы, анализлауға, факттарға таянып, республика етәкселегенең эшмәкәрлеген хәҙерге заман күҙлегенән сығып баһалауы менән ҡиммәтле.

2018 йылдан алып шәхси яуаплылыҡҡа, оператив хәл итеүгә һәм даими контролгә нигеҙләнеп тормошҡа ашырылған идара итеү моделе үҙен аҡланы. Айырыуса көрсөк шарттарында, стратегик бурыстарҙы хәл итеүҙә һөҙөмтә күрһәтте, тип иҫәпләй сәйәсмәндәр. 2025 йылдың инвестиция климаты торошо милли рейтингы һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостан өсөнсө урынды яуланы. Төбәккә сәнәғәт ҡеүәтен һаҡлау менән бергә махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү өсөн ҡайһы бер предприятиеларҙы ашығыс рәүештә үҙгәртеп ҡорорға тура килде. Республикала граждандар һәм хәрби пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү юлға һалынды, ике йылда хәрби подразделениелар өсөн ун меңдән ашыу дрон етештерелде. Был продукцияның яңы өлгөләре араһында ҙур ауырлыҡтағы “ҠышБабай” дроны ла бар. 2026 йылдың 1 апреленән башлап бындай мөһим техниканы фронтҡа оҙатыу тағы 50 процентҡа артырға тейеш. Быйыл 20 компания-резидент ҡатнашлығында пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүсе Фәнни-производство үҙәге эш башлаясаҡ.

 Киләсәк өсөн дә эшләйбеҙ

Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса даими барған эштәргә күҙ һалайыҡ. Социаль инфраструктураны яңыртыу, халыҡҡа ярҙам сараларын арттырыу – етәкселек иңендәге эш йүнәлештәренең береһе. 2022 йылдан алып Башҡортостанда илленән ашыу эре социаль объект төҙөлдө. Белем биреү учреждениелары менән бергә һаулыҡ һаҡлау системаһы яңыра. Мәҫәлән, былтыр яңы алты поликлиника, 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләрәнә ярҙам итеү айырым өҫтөнлөккә эйә булған бурыс, төбәктә улар өсөн 55 ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла, реабилитация һәм социаль программалар күләме арта. Тап ошондай мөнәсәбәт ныҡлы социаль мөхит тыуҙырыуға һәм кадрҙар ҡеүәтен нығытыуға һәләтле.

Инфраструктураны яңыртып, торлаҡ, юлдар төҙөп, уңайлы йәшәү шарттары, йәмәғәт киңлектәре булдырып, беҙ киләсәккә эшләйбеҙ тигән һүҙ. Төҙөкләндереү эштәре киң ҡолас менән бара, коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртабыҙ, былтыр 600-гә яҡын йәмәғәт биләмәһен рәткә килтерҙек, тип ғорурлана алабыҙ. Хатта ҡайһы бер проекттар федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә танылыу тапты. Транспорт инфраструктураһын үҫтереү киң күләмдә алып барыла – 100 километрҙан ашыу юл төҙөлгән һәм биш мең километр автомобиль юлы ремонтланған. Хәҙерге ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа хәүефһеҙлек системаһын булдырыу, мөһим объекттарҙы һаҡлау өҫтәмә мөһим йүнәлештәрҙең береһенә әүерелде.

Кәрәк булғанда, тиҙ ҡуҙғала алабыҙ

Республиканың федераль кимәлдә һәм тышҡы иҡтисади йүнәлештәрҙә лә позицияларын нығытыуына шаһитбыҙ. Төбәктә иҡтисади һәм инфраструктура сәйәсәте һөҙөмтәлелеген артабан көсәйтеү өсөн Башҡортостан Башлығы быйыл ғинуарҙа “Ростех”, “Башнефть”, АФК “Система”, “Интер РАО”, “Газпром” менән берлектәге эш төркөмдәрен көсәйтергә ҡушты. “Радий Хәбиров командаһының федераль иҡтисади трендтарҙы артабан үҫтереүҙең бер нисә сценарийына әҙерләнеүе ихтимал”, тип фаразлай Агентлыҡ сәйәсмәндәре. Донъялағы сәйәси хәл-ваҡиғалар төбәк предприятиеларын 2027-2028 йылдарҙа халыҡ ҡулланыуы өсөн продукция сығарыу күләмен арттырыуҙы һығылмалы рәүештә үҙгәртеп ҡороуҙы талап итеүе мөмкин, тип иҫәпләй аналитиктар. Ә был эш, ысынлап та, федераль корпорациялар, яңы проекттарҙы финанслау һәләтенә эйә эре банктар менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте талап итәсәк. 2022-2025 йылдарҙа Радий Хәбиров командаһы предприятие топ-менеджерҙары менән бергә Башҡортостан сәнәғәтен оборона мәнфәғәттәре өсөн бик тиҙ үҙгәртеп ҡороу оҫталығын күрһәтте, тимәк, яңы иҡтисади һынауҙарҙы уйланылған, һөҙөмтәле аҙымдар менән, һыҙланыуҙарһыҙ үтә алыуыбыҙға ышаныс бар. Инвесторҙар һәм федераль үҙәк менән индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү  буйынса ҙур эштәр башҡарылды. 2025 йылдың июнендә Рәсәй Хөкүмәтенең республикаға ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы компенсациялауға өҫтәмә финанс средстволары бүлеүе, “Өфө”. сәнәғәт паркы өсөн субсидияларҙы арттырыуы һөйөнөслө ваҡиға булды. Өс майҙанда урынлашҡан “Алға” айырым иҡтисад зонаһының ырамлы аҙымдары федераль кимәлдә юғары баһаланды.

Башҡортостан, һис һүҙһеҙ, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе республикаларҙың береһе. Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы билдәләүенсә, Радий Хәбировтың командаһы төбәктең агросәнәғәт комплексы ҡеүәтен һиҙелерлек нығытыуға өлгәшә алды. Һуңғы биш йылда ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа оҙатыу күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан. Төбәк етәксеһенең тармаҡ алдына ҡуйған агросәнәғәт комплексының һығылмалылығын, баҙар шарттарына яраҡлашыу һәләтен арттырыу, ҙур һорау менән файҙаланған май культураларын, мал аҙығын етештереүгә йөҙ менән боролоу бурыстарын үтәү яҡшы һөҙөмтә бирә. 2025 йылдың тәүге айҙарында ғына ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан 2,2 миллиард һумлыҡ 320 берәмек техника алынды.

Офоҡтағы бурыстар ҙа күҙ уңында

Радий Хәбиров власть органдары алдына иҡтисадтың ғына түгел, ә республиканың социаль өлкәһе “ландшафтын үҙгәртеү” бурысын да ҡуйҙы. Был хаҡта беҙ вице-премьер Марат Хөснуллин етәкселегендәге Рәсәй Хөкүмәтенең төбәктәрҙе үҫтереү комиссияһы президиумы ултырышында ла ишеттек. Был йүнәлештә көнбайыш санкцияларына бәйле иҡтисади һынауҙарға ҡаршы тороп, байтаҡ эштәр башҡарылды, эре социаль объекттар асылды. Республика эҙмә-эҙлекле рәүештә төбәк- ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтә, сәнәғәт, фән, гуманитар һәм тышҡы иҡтисади кооперацияны нығыта. Төбәк эре форумдар, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм берлектәге проекттар өсөн танылған майҙанға әүерелә бара. Уның йөҙҙән ашыу тышҡы сауҙа партнеры бар. Был уңыштарҙың барыһы ла Башҡортостан статусын Рәсәй төбәктәренең әүҙем һәм абруйлы төбәктәренең береһе булараҡ нығыта, ылыҡтырғысыраҡ итә.

Республика етәкселеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү буйынса комплекслы эш алып бара. 2026 йылдың ғинуарына алынған мәғлүмәттәр буйынса, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең 78 проценты эш менән тәьмин ителгән.  95 ветеран муниципаль кимәлдә депутат вазифаһын башҡара, өсөһө – ауыл биләмәһе башлығы.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән социаль һәм кадрҙар программаларын тормошҡа ашырыу республика етәкселегенең төп эш йүнәлеше булып ҡала. Ветерандарҙы медицина реабилитацияһы, спорт инфраструктураһы менән тәьмин итеү, шифаханаларҙа һауыҡтырыу, дауалау-иҫкәртеү учреждениеларын талаптарға ярашлы яңыртыу бөтә республика халҡы өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуҙа мөһим аҙым буласаҡ. Әммә республика етәкселеге стратегияһы алыҫ офоҡтағы  бурыстарҙы хәл итеүгә  йүнәлтелеүе менән дә отошло, йәштәрҙе  генә түгел, тәжрибәле кадрҙарҙы ла төбәк алдында торған бурыстарҙы хәл итеүгә ылыҡтырыу, ҡала һәм райондарҙы иҡтисади үҫеш нөктәләренә әүерелдереү һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота ул.

Динә Арыҫланова.

 Эксперт фекере

 Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

 Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының күҙәтеүҙәре һуңғы йылдарҙа Башҡортостандағы ғилми-технологик  үҫештең Рәсәй  кимәлендә юғары  булыуын раҫланы. Етенсе урынды яулау – бик ҡыуаныслы хәл. Был кимәлде һаҡлау өсөн кадрҙарҙы үҫтереүгә, технологик ҡеүәтте арттырыуға көс һалырға тейешбеҙ. Беҙҙә институттар, Фәндәр академияһының уңышлы эшләүе билдәле, был бик яҡшы күренеш. Башҡортостандың Евразия кимәлендә көслө фәнни үҙәк булып танылыуы Урта Азия менән бәйләнештәрҙең үҫешенә йоғонто яһаясаҡ. Фәнни хеҙмәттәшлекте генә түгел, мәҙәни-тарихи бәйләнештәрҙе лә нығытырға, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан илдәренә проекттар менән йышыраҡ сығырға, үҙебеҙҙе күрһәтергә, һәр береһе менән әүҙем эшләргә  тейешбеҙ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте  сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас