

Төньяҡ флот офицер-подводнигы, Бүздәк районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәмил Мостафин 2025 йылда Мәскәү өлкәһе губернаторы премияһына үткәрелгән “Беҙ эргәлә. Изге эш” конкурсында еңеп сыҡты. Бер миллионлыҡ отошто МХО ветераны фронт өсөн кәрәк-яраҡ алыуға ебәрҙе.
“Беҙ ҡатыным менән квадрокоптерҙар, ретрансляторҙар һәм башҡа кәрәкле техниканы һатып алдыҡ. Һәр ҡорамал яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлай, һәр ҡорамал – еңеүгә табан бер аҙым. Егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта Ватанды яҡлағанда, беҙгә лә ситтә ҡалырға ярамай. Тылда ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн күп эштәр башҡарырға мөмкин”, – тине Рәмил Мостафин Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская менән әңгәмәләшкәндә.
Яугир Бахмут эргәһендә барған һуғышта ҡаты яралана, аяғынан яҙа. Әле ул реабилитация үтә һәм хеҙмәттәштәренә ярҙам итергә тырыша.
“Мин егеттәргә протездар алырға ярҙам итәм, тыныс тормошҡа нисек әйләнеп ҡайтыу, нисек яраҡлашыу тураһында кәңәштәрем менән уртаҡлашам. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе күреү менән халыҡ уларҙы йәлләй башлай, был дөрөҫ түгел. Беҙҙе дәртләндерергә тейештәр, үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә ихтыяр көсөбөҙҙө күрһәтергә тейешбеҙ. Бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, бары алға барығыҙ”, – ти Рәмил Мостафин.
Батыр егет республикала махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары өсөн ойошторолған “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнаша.
Фото:"Буздякские новости" гәзите сайтынан.