

Өфө хакимиәте, Өфөнөң Физик культура һәм спорт идаралығы һәм “Молодежная газета” редакцияһы приздарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған 77-се еңел атлетика эстафетаһы 6 майҙа үтә. Йола буйынса, был спорт байрамында Өфө уҡыусылары һәм студенттары, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар ҡатнашасаҡ. Маҡсаты - йәштәр араһында еңел атлетиканы популярлаштырыу, спортсыларҙың Еңеү көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашыуын тәьмин итеү.
Йола буйынса, эстафета Еңеү паркына терәлеп ятҡан Өфө урамдары буйлап схемаға ярашлы үтәсәк (Комаров, М. Пинский, Ҡулса, Беренсе Май, Комаров урамдары инә).
Эстафета 8 этаптан тора. Маршруттың оҙонлоғо 250 метрҙан 500 метрға тиклем тәшкил итәсәк. Ул Комаров урамында башланып Еңеү паркында тамамланасаҡ. Эстафетала бер учреждение базаһында ойошторолған командалар ҡатнаша. Команда составы: 8 спортсы (4 ҡатын-ҡыҙ + 4 ир-ат ҡатнаш командаларҙа), 1 вәкил, 1 тренер. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары айырым да ҡатнаша ала.
Эстафета 8 төркөм буйынса үткәрелә:
* 3-сө төркөм - башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (үҫмерҙәр командаһы);
* 5-се төркөм - үҫмерҙәр клубтары;
“Забег Мира”ла йәш сикләүҙәре юҡ, табип рөхсәте булған теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Оҙонлоғо схема буйынса урап килеү.
Эстафета 8 этаптан тора. Ҡатнашыусыларға схема буйынса урап килергә тура киләсәк:
Эстафета еңеүселәре һәм призерҙары һәр төркөмдә иң яҡшы техник һөҙөмтә буйынса билдәләнә. Ҡатнашыусы командаларҙан ғаризалар тейешле формала “Спортты үҫтереү үҙәгенә” 30 апрелгә тиклем 11.00-дән 16.30 сәғәткә тиклем (Октябрь проспекты, 113, тел.279-11-86 адресы буйынса) тапшырыла.
Һәр команданың эстафета этаптары һанына ярашлы күкрәккә тағыла торған номерҙары булырға тейеш.
“Молодежная газета”ның байрамында һеҙҙе көтәләр!
Тантаналы асыу 11: 00 сәғәттә башлана.
Ярыш схемаһы түбәндә күрһәтелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эстафетала ҡатнашыу өсөн табиптың рөхсәте кәрәк.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/sport/2026-04-14/legendarnaya-estafeta-pobedy-molodezhnoy-gazety-sostoitsya-6-maya-4651305
0+