9 май - Еңеү көнө
15 Апрель , 13:15

Батырҙарыбыҙға - тере һәйкәл

 Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы башланды.

Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы башланды.

Урман хужалығы министрлығы дөйөм майҙаны 600 гектар булған 208 урман участкаһы әҙерләгән. Акцияға ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары хөрмәтенә 2 миллион төп ағас ултыртыу планлаштырыла.   
 
Интерактив картала үҙегеҙгә уңайлы урынды һайлағыҙ һәм сад-памяти.рф рәсми сайтында теркәлегеҙ.
 
Ағастар киләсәк быуынға геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерләтеп торор.
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас