9 май - Еңеү көнө
30 Апрель , 11:45

Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» йәштәр форумы үтәсәк

5 майҙа Өфөләге «Торатау» конгресс-холында V «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы үтәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» йәштәр форумы үтәсәкӨфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» йәштәр форумы үтәсәк
Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» йәштәр форумы үтәсәк

Форум Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арнала. Уның маҡсаты - дөйөм Рәсәй тарихи мәҙәниәтен формалаштырыу, Икенсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу.

Форум эшендә Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары студенттары һәм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, дәүләт власы органдары, йәмәғәт, хәрби-патриотик һәм йәштәр ойошмалары, ғилми берләшмә, киң мәғлүмәт саралары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форум программаһына Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә проекттары (Республика Хәрби Дан музейы, БР Милли архивы, БР Милли китапханаһы, БР Милли музейы һәм Рәсәй Федераль иенлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы экспозициялары); белем биреү ойошмалары араһында «Оҙайлылыҡ срогы юҡ» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын уҙғарыу; Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының төрлө төбәктәренән видеосәләмләүҙәр менән пленар ултырыш; ҡатнашыусыларҙың тарихи хәтерҙе һаҡлау, тарихты боҙоп күрһәтеүгә һәм йәштәр араһында неонацистик һәм башҡа деструктив идеяларҙы таратыуға ҡаршы тороу темалары буйынса докладтар менән сығыштар инә.

 

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-04-29/v-ufe-proydyot-molodyozhnyy-forum-za-mir-bez-natsizma-4670248

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас