

Хөкүмәт кәңәшмәһендә быйыл Еңеү байрамы нисек үтере тураһында һөйләшеү булды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, байрам саралары 8 майҙан башлана. Улар һәр районда һәм ҡала үтәсәк. 9 май көнө баш ҡалала парад ойоштороласаҡ.
– Байрамдың төп сараһы – Еңеү парады. Ул 9 майҙа Октябрь проспектында 12 сәғәттә башлана. Тантаналы сарала Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре, МХО яугирҙәре – “Башҡортостан” полкының һәм С. Юлаев исемендәге батальондың хәрби хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарынан ике мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Барлығы 25 парад расчеты үтәсәк, – тине Ирек Сәғитов.
Уның һүҙҙәренсә, хәрбиҙәр үткәндән һуң Муса Гәрәев исемендәге тәүге осоу әҙерлеге менән мәктәп-интернат кадеттарын, “шайморатов” кластары уҡыусыларын, йәш армейсылар һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластарын (60-шар кеше) балаларҙың үтеү планлаштырыла. Улар Еңеү байрағының күсермәләрен, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы флагтарын тотасаҡ.
Артабан 16 берәмек хәрби техника үтеү планлаштырыла, шуларҙың дүртәүһе Бөйөк Ватан һуғышы осоронан. Парадты Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын таҡҡан “Первушино” аэродромының Ка-32, Ка-26, Ми-8 вертолетының һәм биш бәләкәй авиация самолетының һауа техникаһы осошо тамамлай.
Шулай уҡ республика буйлап байрам концерттары, сәскә һалыуҙар, төрлө патриотик саралар үтәсәк. Башҡортостан Башлығы иң мөһиме хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты.
Ирек Сәғитов аңлатыуынса, граждандарҙың йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ террористик һәм экстремистик күренештәрҙе булдырмау өсөн эске эштәр органдары, Росгвардия, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, халыҡ дружиналары ағзалары һәм хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге йәмәғәт ойошмаларының башҡа вәкилдәре йәлеп ителәсәк.
Фото: БСТ.