

Илеш районының Татар Мәнәүезе тигән ауылда донъяға килә әңгәмәсем - 92 йәшлек Фәнә Минһажева. Бәләкәй булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһындағы хәбәрҙе ишеткән мәле күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡалған.
–1941 йылдың 22 июнь иртәһендә әсәйемдең һыҡрап илауына, атайымдың әсәһе, өләсәйемдең “Уф, Аллам, нимә күрәһеләр бар икән?” тигән тауышына уянып киттем. “Нимә булды, ни өсөн илайһың, әсәй?” – тип һорашам, ләкин ул: “Бер ни булманы, бар йыуын да аша”, – тип башымдан һыйпаны ла урамға сығып китте. Уның артынан мин дә сыҡтым.
Ауыл советы бинаһы беҙҙең өйгә яҡын ғына ине. Уның алдына бик күп халыҡ йыйылған. “Иртәгә иртүк китәбеҙ, бәхил булығыҙ”, – тигән һүҙҙәр ишетелә. Әсәйҙәр, әбейҙәр барыһы ла илай. Аптырап ҡалдым. Ни булғанын төшөнмәгәс, ҡапҡа төбөндә торған ағайымдан хәлде һораштым. “Һуғыш башланған, иртәгә күптәр һуғышҡа китә”, – тигәс тә әле һуғышҡа тигәндең төп асылын аңлап бөтмәнем. Малайҙарҙың урамдағы һуғышы һымаҡ тойҙом.
Ә инде икенсе көндө ауылдың бер нисә ир-егете аттар егелгән арбаларға ултырып, “Ҡайталмаһаҡ, бәхил булығыҙ” тип ауылдан сығып киткәндә, кешеләр илай-илай ҡулъяулыҡтарын болғап оҙатҡанда ғына кескәй йөрәгемде әрнеү биләп алды. Дөрөҫ, атайым ул көндө һуғышҡа алынманы. Йәше ҙур тип ҡалдырып торҙолар”, – тип һуғыш башланған көндө хәтерләүҙән башланып китте Фәнә Әнүәр ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ.
Үкенескә ҡаршы, атай терәген оҙаҡ татырға насип булмай уларға. Кескәй һеңлеһе Фәүзиә донъяға килгән көндөң шатлығын атаһын һуғышҡа оҙатыу хәсрәте баҫа.
–1942 йылдың 4 февраленә ҡаршы төн күңелемдә мәңге юйылмаҫ хәтирә булып һаҡлана. Иртәнсәк атайым фронтҡа китергә тейеш, әсәйем һеңлемә йөклө. “Кем тыуыр? Ҡыҙмы, малаймы? Күрә алмай китәм инде”, – тигән һүҙҙәре ҡолағыма керә. Шулай итеп йоҡлап киткәнмен.
Таң атҡанда “Тор, балам, һеңлең тыуҙы, күреш. Тиҙҙән атайыңды оҙатабыҙ” , – тип уятты мине өләсәйем. Күҙемде асһам, яңы тыуған ҡыҙын атайым күкрәгенә ҡыҫып тотҡан, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Аҙаҡ баланы әсәйгә бирҙе лә, барыбыҙҙы ла ҡосаҡлап хушлашып, күтәренке кәйеф менән өйҙән сығып китте. Үкенескә күрә, шул китеүҙән әйләнеп ҡайтманы. 1942 йылдың 4 февралендә тыуған Фәүзиә һеңлемә “атай” тип әйтергә насип булманы, ул бер ҡасан да атайымдың йөҙөн күрмәне. Беҙҙе әсәйебеҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, – тип күҙҙәре йәшләнеп хәтергә төшөрә был мәлде Фәнә ханым.
Ул ваҡытта Фәнә апайға 7 йәш була. Тиҙҙән Тимернәжип ағаһы армияға китә, ул авиацияла хеҙмәт итә. Һуғыш балаларҙың бәхетле бала сағын юҡ итә, уларҙы бик тиҙ өлкәнәйтә.
– Ауылдағы хужалыҡ, колхоз эштәре ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро иңенә төштө. Баҫыуҙы эшкәртеү өсөн һабанға үгеҙҙәр, хатта һыйырҙар егелде. Ҡул арбаһы, саналарҙы әсәйҙәр менән беҙ һөйрәнек. Шуларға тейәп баҫыуҙарға көл, тиреҫ ташыныҡ. Ужым баҫыуҙары ҡарҙан асылғас, яланаяҡ уларҙы сүп үләндәренән утай торғайныҡ. Уңыш өлгөргәс, әсәйҙәр ураҡ урҙы, беҙ көлтә бәйләнек. Кескәй генә ҡул-беләктәребеҙҙе ҡамыл һыҙырып, ҡанап бөткәндә лә түҙҙек, сабыр булдыҡ. Был йәһәттән әсәйҙәр беҙгә өлгө булды. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тештәрен ҡыҫып түҙҙеләр, эстән генә һиҙҙермәй илаһалар ҙа, көнө-төнө эшләп, фронтҡа ярҙам итергә, Еңеүҙе яҡынайтырға тырыштылар, – тип йәнә хәтирәләргә бирелә Фәнә Әнүәр ҡыҙы.
Ҡышын тормош тағы ла нығыраҡ ауырая. Өйҙө йылытыу ҙур мәшәҡәткә әүерелә. Йәйҙән тиреҫтән һуҡҡан кирбестәрҙе яндырып ебәреү өсөн утын кәрәк була. Йыраҡҡа урманға барып, бәләкәй санаға ҡоро ботаҡтар алып ҡайтҡандағы михнәттәр оноторлоҡ булмай. Шул саҡтағы ваҡиғаларҙың береһен йәнә иҫкә алды тыл хеҙмәтсәне.
– Ҡышҡы көн. Әсәйем менән бәләкәй сана тартып урманға ҡоро ағас ботаҡтары алып ҡайтырға юлландыҡ. Ауылдан урман 16 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан. Миңә ул ваҡытта 11 йәш ине. Өҫтәге кейем дә бик йоҡа ғына. Етмәһә, ҡаршыға әсе ел иҫә, үҙәккә үтә. Ағиҙел аша сыҡҡас, урман ситенә барып еттек.
Шул ваҡыт әсәйем миңә ырғаҡҡа оҡшаған ағас ботағы табып бирҙе лә, шуның менән ағастағы ҡороған ботаҡтарҙы һындырып төшөрөргә ҡушты. Урмансы һиҙеп ҡалмаһын тип киҫәтеп, үҙе урман эсенәрәк ҡоро ағас эҙләп кереп китте. Урманда ҡар билдән, һис кенә лә атларлыҡ түгел. Теге оҙон ырғаҡ менән ағастағы ҡоро ботаҡты һындырыуым булды, үҙем муйындан тәрән ҡарға баттым. Ҡулдарым менән ҡарға таянырға тырышам, ләкин улар ҙа бата, аяҡтар ҙа тыңламай, ҡуҙғала ла алмайым. Урмансы ишетер ҙә килеп сананы тураҡлар тип, әсәйемә ҡысҡырырға ҡурҡам. Нисек тә үҙем сығырға тырышам, ләкин ҡыймылдап булмай.
“Сыҡ, ен балаһы, атам бит” тигән тауышҡа башымды күтәреп ҡараһам, мылтығын миңә төҙәп урмансы ағай баҫып тора. Ирекһеҙҙән илап ебәрҙем. Йәлләптер инде, мылтығының һабын миңә һуҙып, ҡалын көрттән тартып сығарҙы. Өҫтөмдә ямаулы иҫке һырылған бишмәт, билемә оҙон бау бәйләгәнмен. Ысынлап та, ен балаһына оҡшап торғанмындыр. “Үҙем генә килдем” тигәс, билемдәге бауға бер нисә ҡоро ботаҡты бәйләп иңемә һалды ла юлға сығарҙы, ҡайтырға ҡушты.
Мин Ағиҙелдең ҡаршы яғына сыҡтым да әсәйемде көтә башланым. Тиҙҙән әсәйем күренде. 3-4 ботаҡ һалынған санаһын тартып миңә таба йүгерә башланы. Ул урмансынан ҡасып йыуан ағас артына йәшеренгән. Мине урмансы юл ситенә сығарғанын ситтән күҙәтеп торған. “Балаға теймәҫ, санамды күрһә тураҡлар, тип ҡурҡтым”, – тине. Урмансы күҙҙән юғалғас ҡына көрттән саҡ сығып, минең яныма килгән, – тип күңеленә һеңгән ауыр ваҡиғаны тәфсирләп һөйләп бирҙе Фәнә апай.
Һынау өҫтөнә һынау йәштән сыныҡтырып үҫтерә. 1943 йылда атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Әсәһенең “Балам, атайың хәбәрһеҙ юғалырға тейеш түгел” тигән һүҙҙәре йөрәгенә уйылып ҡала.
Әллә күпме михнәттәр күреп үҫһә лә, белем алыуға ынтылышы көслө була Фәнә апайҙың. Татар Мәнәүезендә башланғыс белем ала, аҙаҡ күршеләге Ташкисеү мәктәбендә уҡый, 9-10-сы класты Үрге Йәркәйҙә тамамлай. Мәсәҙе балалар йортонда пионервожатый булып та эшләргә тура килә. Фәүзиә һеңлеһе менән икәүләп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлайҙар, татар-рус теле уҡытыусыһы һөнәрен алып сығалар.
Үҙенең хеҙмәт юлын тыуған районында урындағы радиотапшырыуҙар алып барыусы булараҡ башлай, аҙаҡ мәктәпкә эшкә күсә, партияның район комитетында ла хеҙмәт итергә тура килә, аҙаҡ йәнә уҡытыусылыҡҡа күсә. 40 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар Фәнә Минһажеваның.
Тормош иптәше менән 43 йыл бергә ғүмер итеп, дүрт бала үҫтерәләр. Үкенескә ҡаршы, байтаҡ йылдар элек ире мәрхүм булған. Балалары һәр береһе был тормошта үҙ юлын тапҡан. Улдары Рәмил, Илшат, ҡыҙы Рәилә ғаиләләре менән Мәскәүҙә төпләнгән, Рәил улдары йыраҡ китмәй Үрге Йәркәйҙә донъя көтә. Бөгөн Фәнә апай улы Рәил менән килене Зинфираның тәрбиәһендә, хәстәрендә, улар менән ғүмер итә. Уның өсөн өҙөлөп торған биш ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре менән дә бәхетле Фәнә Әнүәр ҡыҙы.
Тағы ла бер матур сифатына һоҡландыҡ Фәнә апайҙың. Бала сағында атаһынан хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәр алһа ла, үҫеп еткәс, ул атаһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһына. Студент йылдарында атаһының Воронеждан йыраҡ түгел, Дон йылғаһы буйында барған көслө алышта һәләк булыуын асыҡлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәнә Минһажева ныҡлап ижад менән шөғөлләнә. Уның өс китабы донъя күргән, “Хәтирәләр аша хистәр таша” тигәне Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған. Фәнә апайҙың шиғырының һәр береһе көйләп торған һымаҡ, тыңлаған һайын тыңлағы килә. Бигерәк тә һуғыш осорона арналғандары йөрәккә үтеп инә. Бер нисә шиғырына хатта йыр яҙылған. Хикәйәләрен дә йотлоғоп уҡырлыҡ.
Үҫмер сағында һуғыштың әсе михнәттәрен татып үҫкән Фәнә апай һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәй. Уның берҙән-бер теләге – донъялар тыныс булһын.
Автор фотоһы.