

Тантана бөтә республика буйынса бер үк ваҡытта 10.50-нән 11.20-гә тиклем берҙәм тауыш оҙатыуында үтәсәк. Бер минут тынлыҡ - 11.00 сәғәттә. Акцияны “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” хәрәкәтенең төбәк штабы һәм һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренең Башҡортостан Республикаһы буйынса дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы бүлексәһе ойоштора. Ул патриотик хәрәкәттәрҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын уртаҡлашҡан ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа үтәсәк.
Ойоштороусылар тантананы, бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәп, эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында һәм башҡа майҙансыҡтарҙа үткәрергә саҡыра. Ҡатнашыусыларға, үҙенең Еңеүсе һалдатына хөрмәт күрһәтеп, уның фотоһы һәм георгий таҫмаһы булған бейдж тағырға кәңәш ителә.
Бер минут тынлыҡ -- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар һәм фашизм ҡорбандары хаҡында мәңгелек халыҡ хәтеренең һәм ҡайғыһының символы, тип иҫкә төшөрә акцияны ойоштороусылар.