Ике донъя рәхәте күр, әбей... Дауамы

Исемләп һөйләмәһә лә, Хәҙисә иренең кемгә барып йөрөгәнен дә белеп торҙо. Башта бик ғәрләнә ине, аҙаҡ яҙмышына күнде ахыры, ҡыҙғанып, тауыш ҡуптарып, талашып йөрөмәне, үҙ эсенә бикләнде. Шулай уның өнһөҙлөгө менән файҙаланып ире ныҡ шашты ғына. Күпме ыҙалар ине икән... Бар халыҡтың яҙмышын үҙгәрткән һуғыш башланды...

Ике донъя рәхәте күр, әбей... ДауамыИке донъя рәхәте күр, әбей... Дауамы
Ике донъя рәхәте күр, әбей... Дауамы

...14 йәшендә генә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Фәтҡулла исемле егеткә кейәүгә бирҙеләр. “Шәрғиә апай ике йәшкә оло бит, тәүҙә уны бирегеҙ”, – тип Хәҙисә илап та ҡараны. Яусының яуабы берәгәйле булды: ”Фәтҡулла Хәҙисәнән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй тип әйтеп ебәрҙе”. Инәһе лә етемдән тиҙерәк ҡотолғоһо килгәндер инде, тиҙ генә ризалығын бирҙе. Тик йәлләптер ахыры: “Кәүҙәгә бигерәк бәләкәй бит, бер йыл беҙҙә тороп торһон”, тип үҙ-ара килештеләр. Фәтҡулла кейәүләп - килеп-китеп йөрөргә тейеш булһа ла бер йыл ҡушылманылар. Көн дә осрашып һөйләшеп йөрөнөләр былай. Шулай Хәҙисә буласаҡ иренә яйлап өйрәнде. Инәһе, айырып сығарыр мәл еткәс, тар ғына бишмәт тегеп бирҙе, бәләкәй генә суйын көршәк, ярыҡ таба тотторҙо. “Ҡаралты-фәләнде әсәйең әтмәләр, ике йыл буйы бер килеп ураманы”, - тине оҙатҡан сағында.

Фәтҡулланың да ата-әсәһе юҡ ине, бер туған ағаһының ғаиләһенә алып ҡайтты. Ире тире йыйыусы булып эшләй башлағас, болланып, үҙҙәренә айырым өй һалып алдылар. Бына шунда башланды Хәҙисәнең ғазаплы-аяныслы көндәре. Көнө-төнө һунарсылар  йәнлек тиреләре тейәп килә, аҡса алғас, тотоналар эсергә. Хәҙисә уларға ҡайһы берҙә ике мейес икмәк бешерә ине. Ә арттарынан таҙартыуҙары...Ҡайһы саҡта төндәрен үҙенә йоҡларға урын да ҡалмай, мейес башында аяҡтарын бөкләп ятып серем итеп алған була. Кеше килмәгән саҡта ире үҙе ҡайҙалыр йөрөп таңға ҡарай ғына ҡайтҡылай башланы. Ҡыҫҡаһы, эсмәгән, көйҙөрмәгән көнө булманы уның. Бәлки, уныһы ул тиклем дә ҡурҡыныс булмағандыр. Ә бына ғәрләндереүе... Хатта шуға барып етте – эскән сағында шешәләштәренә һөйәркәләренә барғандағы мажараларын тәмләп һөйләп ғазапҡа һалыр ине: ”Әй тегеләр ире менән эҫелә һарай башына менеп яталар. Мин һарай эсенә инеп, тегенең ятҡан тапҡырына һайғау менән ипләп кенә төртәм. Ул өйгә инеп сығыу һылтауы менән минең янға төшә. Ире татлы төш күрә, ә беҙ өйҙә... Бер көн яңылыш иренең ҡабырғаһына төрткәнмен. Шарылдап төшә башлағас, саҡ ҡасып ҡотолдом...”

Исемләп һөйләмәһә лә, Хәҙисә иренең кемгә барып йөрөгәнен дә белеп торҙо. Башта бик ғәрләнә ине, аҙаҡ яҙмышына күнде ахыры, ҡыҙғанып, тауыш ҡуптарып, талашып йөрөмәне, үҙ эсенә бикләнде. Шулай уның өнһөҙлөгө менән файҙаланып ире ныҡ шашты ғына. Күпме ыҙалар ине икән... Бар халыҡтың яҙмышын үҙгәрткән Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Күҙгә күренеп йөрөгән бар ир-егеттәрҙе алып киттеләр. Шул иҫәптән уның ирен дә. Был ваҡытҡа уларҙың биш балаһы бар ине. Һәр өйгә килгән ауырлыҡ уларҙы ла урап үтмәне. Хәҙисә бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай эшләне, балалары хаҡына тырышты.

Ире һуғыштан иҫән-һау ҡайтты уның. Тәүге кистә үк: “Хатын, бығаса һине ыҙалаттым. Мәхшәрҙән иҫән ҡалып, ҡайтырға яҙһа, һине усымда йөрөтөрмөн, башҡа эсмәм, балаларҙы көтөшөрмөн, бар эште үҙем эшләрмен, тип ант иттем”, - тине. Яҡшыға өмөтләнеп, күңеле тыныслап оҙаҡ йәшәмәне ҡатыны: ире антын боҙҙо, элеккенән дә аяуһыҙыраҡ эсте, айырмай яңғыҙ бисәләргә йөрөнө. Һуғыштан һуң һаман ашарға еткереп булмай ине. Хәҙисә күрше ауылдарға йөрөп быйма табанланы, балаҫ һуҡты. Эш хаҡына картуф, он тейәй ҙә бәләкәй санала һөйрәп ҡайта. Биш баланы ашатырға кәрәк бит. Шулай бер ҡайтыуында ире ләз ауырып ята. Оло малайы һөйләүенсә, ире элекке һөйәркәһенә йөрөй башлаған, көн дә иҫереп ҡайтҡан. Ә бер көндө өйгә етә алмайынса ҡар өҫтөнә ауған. Һалҡында оҙаҡ ятҡандыр, үпкәһе шешеп, шул ятыуҙан ҡабат тора алмай ул. Эстән әрнеһә лә, тәрбиәләне ирен Хәҙисә. “Мине ҡарарыңа өмөтөм юҡ ине. Ә һин балалай тәрбиәләнең. Рәхмәт һиңә, ике донъя рәхәтен күр, ныҡ ыҙалаттым, рәнйемә”, - тип һуңғы һүҙҙәрен әйтергә өлгөрөп үлеп китә Фәтҡуллаһы. Йәшләй тол ҡалһа ла, яңғыҙ донъя көтөп өйрәнгән ҡатын башҡаса кейәүгә сығырға уйламай ҙа. Балаларын яңғыҙы матур итеп үҫтерә, һәр ҡайһыһын үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Инде яңғыҙы ҡалғас, күрше ауылдағы оло ҡыҙының ғаиләһе янына күсеп барҙы. Бына шунда, ғәйет байрамына йыйылған саҡта, осратты ул Харисты...

Хәҙисә бер аҙнанан шәбәйеп, өй эсендә үҙе йөрөй башланы. Эй ҡыуанды Харисы. Күҙҙәре осҡонланып, хатта атлауҙары етеҙләнеп китте. Хәҙисә йомошҡа күрше-күләнгә инһә лә, өйҙә түгел, ҡапҡа тышына сығып көтөп тора ине.

-Һуң өйҙә йылыла ултырһаң ни була? – ти уға һәр саҡ Хәҙисә.

-Мине йәлләһәң оҙаҡлама. Һинһеҙ өйҙә күңелһеҙ, - тип яуаплай Харисы.

Шулай сөкөрләшеп йәшәп ятҡан булырҙар ине лә бит...

Бер көндө хәл белергә Хәҙисәнең оло улы килеп төштө. Ашап ултырғанда Харис ҡарттың өйләнмәй йөрөгән улы ла килеп инеп, араҡы таптыра башланы. Быны күҙәтеп ултырған улы түҙмәй:

-Беҙҙе ыҙалап яңғыҙың үҫтерҙең, ә хәҙер олоғайғас, кеше балаһы өсөн көйөп ултырырғамы? – тип әсәһен ай-вайына ҡуймай, әйберҙәрен йыйып, үҙҙәренә – күрше районға күсереп алып ҡайтты.

Үҙ балаһының өйөндә өлтөрәп торһалар ҙа, Хәҙисә әбей унда ерегеп китә алманы. Харис ҡарттың: ”Берәй ай ял ит тә ҡайтырһың йәме. Мин ҡапҡа тышына сығып көтөрмөн!”  - тигән һүҙҙәре көндәр үткән һайын йышыраҡ иҫенә төштө. Оҙатҡанда илағандай ҙа тойолдо бит – шуныһы бигерәк тә үҙәген өҙҙө. Улының ғаиләһендә өс айҙан артыҡ түҙмәне, ҡыҙына ҡайтып төштө Хәҙисә. Әллә ниңә тура бабайына барып инергә баҙнат итмәне ул, үҙен һатлыҡйән кеүек тойҙо шул. Ҡыҙы ла ҡаршы төштө. Бер-ике көн түҙеп йөрөнө лә Хәҙисә, күршеһен алып, Харистарға китте. Күңеле белеп һиҙенгән икән, бабайы ауырып ята ине. Хәҙисәне күргәс, эй ҡыуанды инде. Әллә көлдө, әллә иланы ул, аңлайышһыҙ итеп һеңкелдәп алды. Әбейенең ҡулын ебәрмәй, оҙаҡ тотоп ятты ла:

-Әбей, ҡара әле, орсоҡ менән һарыҡ йөндәреңде мөйөшкә элеп ҡуйҙым. Ҡасан киләһең? Килмәһәң, аяҡҡа баҫҡас, үҙем барып алам. Минең холоҡто беләһең. Ә малайҙы икенсе урынға күсерербеҙ, башҡа маҙаһыҙлап йөрөмәҫ, - тине инәлесле тауыш менән.

Хәҙисә ни әйтергә лә белмәне. Күршеһе ҡайтырға ҡуҙғала башлағас, ул да урынынан торҙо. Ишек төбөнә еткәс, ҡайырылып ҡарағайны Харис ҡарт бармағы менән генә ымлап уны янына саҡырҙы. Бер ҡуҙғалғас, уңайһыҙланып, ҡалмайынса сығып китте шунда әбей. Эй Хоҙайым, әгәр ул шунда Харис ҡарттың өс көндән үлерен белһә икән... Башта уҡ ташлап китмәҫ ине. Кешенән уңайһыҙ тип йөрәгенә ҡаршы төшмәһә, аҙаҡтан ныҡ үкенергә тура килмәҫ ине, бәлки. Хәстәрлекле Харисы менән йәшәгән өс йылында ысынлап ике донъя рәхәтен күргән дәбаһа! Хөрмәттең ниндәй булыуын, үҙ-ара аңлашып-һөйләшеп, бер бөтөн булып йәшәүҙең нисек икәнлеген олоғайған көнөндә булһа ла татыған бит... 

...Бабайы үлгәндән һуң, Хәҙисә әбей күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тәүҙә ятаҡланы, кеше менән һөйләшмәҫ булды, йөҙө ағарҙы, күҙҙәре төпкә батып төҫһөҙләнде.

Ҡыҙы әсәһенең бабайын һағынып һарғайыуын да аңланы, шуға ҡәҙерлеһенең күңелен төрлөсә күтәрергә, йыуатырға тырышты. Аңһыҙлыҡтары, ҡарттарҙы бер-береһенән айырғандары өсөн үҙенә лә, ағаһына ла йәне көйөп үртәлде. Бергә йәшәй бирһәләр, бәлки, тиҙ генә бирешмәҫтәр ине лә бит...

Хәҙисә әбей бер көндө еңел генә уянды ла ҡыҙына күргән төшөн һөйләне. Имеш, Харисы килгән, ат егеп алған. Хәҙисәне һуңғы күргәндәге кеүек бармағы менән ымлап ҡына саҡыра. Эй шатланды Хәҙисә. Был юлы ташлап китмәйем инде тип, йәштәрсә еңел генә арбаға менде лә ултырҙы...

Ошонан һуң Хәҙисә әбей бер аҙна ғына йәшәне. Нисек бәлә һалмай ғүмер итһә, шулай бер кемде лә борсомай, йәйҙең йылы аяҙ көнөндә яҡты донъя менән хушлашты...

(Ысынбарлыҡтан алынған).

Авторы: Фәйрүзә Фәтҡуллина.

Фото: яһалма зиһен ярҙамында яһалды.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас