“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт

Тәүге наградалар БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре буйынса дәүләт комитеттары вәкилдәренә, медицина һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә, сәнәғәт, урман һәм ауыл хужалығы өлкәләренән меценаттарға тапшырылды.

“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт

7 майҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын тапшырҙы. Беренсе бүләкләнеүселәр булып төрлө эшмәкәрлек өлкәләренән 44-тән ашыу кеше лайыҡ булды, улар тырышлыҡ, патриотизм һәм бурысына тоғролоҡ күрһәтә.  

Тәүге наградалар БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре буйынса дәүләт комитеттары вәкилдәренә, медицина һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә, сәнәғәт, урман һәм ауыл хужалығы өлкәләренән меценаттарға тапшырылды.

“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы фронт һәм тыл берҙәмлеге символдарының береһе булып тора. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был миҙал махсус хәрби операцияға лайыҡлы өлөш индергән кешеләргә республика халҡының дөйөм ихлас рәхмәтен белдерә.

 Башҡортостан етәкселеге махсус хәрби операция буйынса эҙмә-эҙлекле йүнәлеште дауам итә. Бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәтселәр, төрлө йәштәге һәм һөнәрле кешеләр фронтҡа ярҙам итеүгә, азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Меңләгән халҡыбыҙ – мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем посылкалар йыя, маскировка селтәрҙәре бәйләй, блиндаж шәмдәр әҙерләй һәм башҡа эштәрҙе атҡара.

“Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Башҡортостан Республикаһы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина тәүгеләрҙән булып “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы менән бүләкләнде.

– “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Миҙалды республикаға һәм уның халҡына тәрән рәхмәт тойғоһо менән ҡабул итәм. Әммә шуны әйтеү мөһим: һәр лидер артында команда тора. Был Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһенең, “Ватанды Һаҡлаусылар” фонды филиалы һәм Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ҙур, көслө, эшкә һәләтле һәм битараф булмаған командабыҙҙың ошо ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем. Был беҙҙең көндәлек эшебеҙҙең дөйөм наградаһы, Ватанды яҡлауға баҫҡан һәр кем иғтибарҙы һәм хәстәрлекте тойһон, ә һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре үҙ проблемалары менән яңғыҙы ҡалмаһын өсөн. Награда кемебеҙ өсөн эшләгәнебеҙҙе иҫкә төшөрә. Эш кенә түгел, ә тормошобоҙҙоң һәм бурысыбыҙҙың бер өлөшө. Республика мәнфәғәтендә хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Белешмә: Башҡортостан Республикаһында яңы дәүләт наградаһы – “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы булдырылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2026 йылдың 6 апрелендәге 316-сы Указы менән миҙал тураһында положение һәм уның тасуирламаһы раҫланды. Яңы награда “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” закон Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы булдырылды.

“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын алыу минең өсөн ҙур хөрмәт
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас