

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны:
“Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле иптәштәр! Иртәгә илебеҙ Совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 81 йыллығын билдәләйәсәк, – тине Радий Фәрит улы. – Ихлас күңелдән, барыбыҙ өсөн дә мөһим булған был байрам менән ҡотлайым! Халҡыбыҙ өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата юҡ. Бөгөн рәсәйҙәрҙең йөрәктәрен Ватан өсөн ғорурлыҡ, донъяны нацист ҡоллоғонан ҡотҡарған ата –бабаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәт тойғолары тултыра. Байрам менән тәү сиратта һеҙҙе, ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле иптәштәр! Йөрәк әрнеүе менән үткәндәрҙең фажиғәле биттәрен иҫкә төшөрәбеҙ. 85 йыл элек бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың 22 июне датаһы илебеҙ тарихын икегә бүлде. Бөгөн махсус хәрби операция геройҙарыбыҙ Рәсәй суверенитетын яҡлай, 1945 йылда мәңгегә еңелеп бөткән тип иҫәпләнгән нацизмға ҡаршы көрәшә. Тарих яңы фажиғәле әйләнеш яһай, беҙҙе Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн тағы бер тапҡыр ҡорал алырға мәжбүр итә. «Башҡортостан» полкы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, Салауат Юлаев исемендәге Росгвардия батальоны һәм башҡа подразделениелар хәрбиҙәре һуғыш яланында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа 46 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды, уларҙың 16-һы – махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың туғыҙы – үлгәндән һуң.
Залда бөгөн Рәсәй Геройҙары Риф Рәйес улы Сәхәбетдинов, Денис Юрьевич Чернавин, Руслан Вил улы Ғарифуллин, «Башҡортостан» полкы, Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре ултыра. Бында беҙҙең менән булыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Тантаналы йыйылышҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройҙарының ғаиләләре саҡырылған. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек!
Хөрмәтле иптәштәр!
Йылдан-йыл беҙҙең арала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалмаған төбәктәр бар. Ә беҙҙә 58 фронтовик, уларға оҙон ғүмер. Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында Шишмә районынан ҡатнашҡан берҙән-бер яугир-ветеран Солтан Хәмәтғәли улы Хәйҙәров беҙҙең менән. Әйҙәгеҙ, уны сәләмләйек!
Һәр һуғыш – ул юғалтыуҙар. Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләүегеҙҙе һорайым...
Һуғыш йылдарында Башҡортостан «Икенсе Баҡы» ға, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, оборона сәнәғәте үҙәгенә әйләнә. Беҙгә илдең көнбайыш төбәктәренән тиҫтәләгән заводтар эвакуациялана. Ә бөгөн беҙҙең нефть эшкәртеү предприятиелары Һәм хәрби-сәнәғәт комплексы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, фронт талап иткән йөҙләгән төр продукция сығара. Башҡортостан пилотһыҙ авиацияны үҫтереү буйынса өс лидер иҫәбенә инә. Беҙ инде яугирҙарыбыҙ өсөн 12 мең FRV-дрон ебәрҙек. Мин республиканың ошо эшмәкәрлектәге иң яҡшы предприятиеларын генерал Шайморатов ордены менән бүләкләргә ҡуштым.
Тап фронтовиктарҙың ҡаһарманлығы һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәрлеге Икенсе донъя һуғышының һөҙөмтәһен билдәләне. Ә беҙ уларға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, улар беҙҙең менән булған арала улар хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслыбыҙ. Бөгөн илебеҙгә ҡаршы ҡаты мәғлүмәт һуғышы бара. Беҙ бер ҡасан да тарихи хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ һәм бының өсөн көрәшәсәкбеҙ. Республика музейҙары хәрби-диңгеҙ оборонаһы геройҙарының шәхси әйберҙәре, наградалары, документтары, ҡорал, хәрби техника өлгөләре менән тулылана. Яҙыусыларыбыҙ, журналистарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ, йәмәғәтселәребеҙ мөһим эш алып бара. Былтыр беренсе тапҡыр Ватанды һаҡлаусылар тураһында иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия тапшырҙыҡ. Бөгөнгө көндә йәмәғәт именлеген тәьмин итеү төп бурыс булып тора. Көс структураларына – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙ беҙҙе террорсыларҙан ныҡлы һаҡлайһығыҙ. Һеҙгә яҡшы хеҙмәт!
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Тыныс күк, һаулыҡ һәм изгелек! Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Бөйөк Еңеү көнө менән!”
Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, төбәк предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Тантаналы йыйылышты республиканың ижади коллективтарының байрам концерты дауам итте.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.