102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны

Хөрмәтле ветеранды тәбрикләргә Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, махсус хәрби операция ветерандары, уҡыусылар, ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары килде.

102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны
102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны

Хәйбулла районда Бөйөк Еңеүҙең 81-се яҙына арналған саралар һәр ауылда үтте. Байрам алдынан 102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов байрам парадын үҙ йорто алдында ҡараны һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.

Хөрмәтле ветеранды тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, махсус хәрби операция ветерандары, уҡыусылар, ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары килде.

Ҡунаҡтар утты-һыуҙы кискән Фәтхулла Әһлиулла улын Бөйөк Еңеү менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен, иң изге теләктәрҙе еткерҙе. Ә йәш армеецтар менән кадеттар ветеран йәшәгән йорт алдынан тантаналы марш менән үтте.

Әйткәндәй, Фәтхулла Юламанов Хәйбулла районында иҫән булған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ветеранға артабан да оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ -сәләмәтлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны
102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны
102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны байрам парадын йорто алдында ҡараны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас