

Йыл артынан йылдар үтеп, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле ваҡиғалар беҙҙән алыҫлаша барһа ла, Тыуған ил азатлығы хаҡына ҡулына ҡорал алған, Ватанын һаҡлап ғәзиз ғүмерен биргән батыр яугирҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөгөн, донъябыҙ буталышҡан, ҡара көстәр тағы баш ҡалҡытырға маташҡан мәлдә атай-олатайҙарыбыҙ ҡан ҡойоп яулаған тыныслыҡтың ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлайбыҙ, уларҙың изге рухына тоғролоҡтоң ни тиклем мөһим булыуын тәрәнерәк төшөнәбеҙ.
Атайҙың яу юлдарынан үттек
Үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫәндәре бик-бик аҙ ҡалып бара, ә һәләк булғандары миллиондар менән иҫәпләнә. Уларҙың яҡты хәтеренә тейешенсә тоғролоҡ һаҡлайбыҙмы? Атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ағайыбыҙ ҡайһы фронтта һуғышҡан? Ниндәй ҡала йәки ауыл өсөн ғәзиз башын һалған? Ҡайҙа ерләнгән? Һуғыш шарттарында командирҙар тарафынан ҡабаланып ҡына яҙылған үлем тураһындағы хәбәр ысынбарлыҡҡа тура киләме? Хәтер китаптарына исем-шәрифтәре һәм башҡа мәғлүмәттәр дөрөҫ индерелгәнме? Ошолар хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Ә бит уйланырға кәрәк, сөнки былар беҙгә генә түгел, беҙҙән һуң ҡаласаҡ быуындарыбыҙ өсөн дә бик мөһим, улар тарихты, яугир олатайҙарының ҡаһарманлығын белергә тейеш.
Бына ошондай уйҙар менән 1988 йылда әсәйемде алып (хәҙер мәрхүмә инде), алыҫ юлға – ғәзиз атайым ятып алған Новгород өлкәһенә юлға сыҡҡайным. Атайым Мырҙағәле Сафуан улы Йәнбәков Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан. Ул шахтер булып эшләй. Әсәйем менән биш балаға ғүмер биреп, һәүетемсә ғүмер кисерәләр. Атайым КПСС-ҡа инеүгә ағза була, әммә уны партияға алыуҙан баш тарталар, сөнки әсәйем – мулла ҡыҙы. “Ҡатыныңдан айырылһаң, алабыҙ”, – тигән шарт ҡуялар, ләкин атайым быға риза булмай. Әсәйем һөйләүенсә, атайым күңелсәк, алсаҡ, эшһөйәр кеше була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шахтер булараҡ, уға бронь бирәләр, әммә 1942 йылдың сентябрендә фронтҡа саҡырыу ала. Өфө янындағы Алкин ауылындағы йыйылыу пунктынан 397-се уҡсылар дивизияһының 448-се полкы составында Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелә.
Әсәйем биш бала менән яңғыҙ ҡала. Был ваҡытта иң өлкән ағайыбыҙға 17 йәш булып, ул педагогия техникумында уҡып йөрөй, әммә ҙур ғаиләне ҡарау, әсәйгә ярҙам итеү өсөн уҡыуын ташлап, атай урынына шахтаға эшкә бара. Үҙемдән оло туғандарым иҫләүенсә, һуғыш йылдарында ғаиләбеҙгә бик ауырға тура килә, аслыҡ-яланғаслыҡты етерлек татығанбыҙ. Мин 1940 йылдың 8 сентябрендә тыуғанмын, йәғни атайым фронтҡа киткәндә ике йәшлек кенә бала булам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙға һуғыштан иҫән ҡайтырға насип булмай, ул 1943 йылдың ғинуарында Тыуған ил азатлығы өсөн ғүмерен бирә.
Нисек кенә ауыр булмаһын, бәләкәйҙән белем алырға тигән маҡсат ҡуйҙым. Башта – ете саҡрым, артабан 25 саҡрым араны йәйәү йөрөп уҡыған осорҙар булды. Шулай ҙа һәр ваҡыт гел яҡшы билдәләргә өлгәштем. 1960 – 1963 йылдарҙа Совет армияһы сафында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, һәр ваҡыт алдынғы булдым, спортҡа ылыҡтым. 1964 йылда юғары белем алыу теләге менән Өфөгә юлландым.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында атайымдың ерләнгән урынын эҙләй башланым. 1987 йылда СССР Ҡораллы Көстәренең Үҙәк архивы аша Новгород өлкәһенең хәрби комиссариатына сығып, атайымдың ҡәбере тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Ул Цемена ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән булып сыҡты. Унан инде 1988 йылдың майында әсәйем менән алыҫ тарафҡа – атайымдың яу юлдары үткән ерҙәргә юлландыҡ.
Цемена – Новгород өлкәһенең Демянск районындағы ауыл. Уны һәм ошо тирәләге башҡа ауылдарҙы азат итеү барышында меңдәрсә совет яугире һәләк була. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында был тирәлә барған алыштар “Демянск ҡаҙаны” исеме аҫтында билдәле. Көнбайыштан – немецтар, көнсығыштан беҙҙекеләр туҡтауһыҙ һөжүм итә, сөнки, бер нигә ҡарамаҫтан, оккупацияла ҡалған Ленинградҡа юлды азат итеү бурысы тора.
Бында туғандар ҡәберлектәре бик күп
Фашистар был биләмәләргә 1941 йылдың сентябрендә үк баҫып инә. Урындағы халыҡ һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар менән аралашҡанда ҡот осҡос күренештәр күҙ алдына килеп баҫты. Мәҫәлән, Цемена ауылында партизандар менән бәйләнеш өсөн ябай халыҡ араһынан ун кешене атып үлтерәләр, тағы унауһын дар ағасында аҫалар. Йәки икенсе миҫал: ауыл эргәһендә 154-се диңгеҙ пехотаһы яугирҙәренә арналған ҙур стела ҡуйылған. Улар 1942 йылдың 31 декабренән 1943 йылдың 1 ғинуарына ҡараған төндә һөжүмгә күтәрелә, әммә арала һатлыҡйән булып, ул немецтарҙы иҫкәрткән була. Һөҙөмтәлә беҙҙең яугирҙәр барыһы ла тиерлек ҡырыла. Ауыл халҡы һөйләүенсә, ай яҡтыһында аҡ ҡар өҫтөндә ҡара бушлатлы егеттәр аунап ята. Улар 200-ләп кеше була (һуңғы мәғлүмәттәр буйынса – 300 яугир – редакциянан).
1942 йылдың ноябрендә ошондағы Цемена, Лозницы ауылдары янында ҡаты алыштар үтә. Уларҙа атайым да ҡатнаша. Ул 1943 йылдың ғинуарында һәләк була, ә бер айҙан беҙҙең ғәскәрҙәр район үҙәге Демянскиҙы, Цемена, Великий Заход һәм башҡа ауылдарҙы дошмандан азат итә. Был ерҙәрҙә 17 ай дауамында барған ҡанҡойғос һуғыштар бына шулай тамамлана.
Был төбәктә туғандар ҡәберлектәре бик күп. Уларҙа башҡорт, татар, ҡаҙаҡ егеттәренең исемдәре лә бар, бәғзеләренең исем-шәрифтәре дөрөҫ тә түгелдер. Цемена ауылы яныдағы туғандар ҡәберлегендә, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 1405-тән алып 1990-дан ашыу яугире ерләнгән. Улар ошо урындарҙа 1942 йылдың көҙөнән 1943 йылдың ҡышына тиклем барған ауыр алыштарҙа һәләк булған.
Беҙ барғанда, 9 Май – Еңеү көнөндә, совет яугирҙәре ерләнгән туғандар ҡәберлеге янында митинг булды. Унда мәктәп уҡыусылары, урындағы халыҡ, ситтән килеүселәр ҡатнашты. Сарала миңә лә һүҙ бирҙеләр. Туғандар ҡәберлегендә ҡуйылған исемлектәрҙә башҡорт һәм татар фамилиялы яугирҙәрҙең дә күп булыуы, уларҙың ғәзиз тыуған еренән алыҫта ғүмере өҙөлөүе хаҡында әйтеп, бөйөк Еңеүҙең төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлеге, ныҡлығы менән яуланыуына баҫым яһаным, ошо дуҫлыҡты һаҡлау зарурлығын әйттем.
Беҙҙең кеүек илдең төрлө төбәктәренән һәләк булған туғандарының ҡәберен зыярат ҡылырға тип килгән кешеләр байтаҡ ине. Улар менән дә ихлас аралаштыҡ. Барыбыҙҙы ла бер уй-хәсрәт берләштергәнгәме, бер теләк был ерҙәргә алып килгәнгәме, улар беҙгә яҡын кешеләр кеүек тойолдо. Киләсәктә бындай афәттәр бер ҡасан да ҡабатланмаһын, Ер йөҙөндә һуғыш уты ҡупмаһын, тип теләктәр теләгәйнек... Ҡайтышлай әсәйем менән Мәскәүҙә туҡтап, Ҡыҙыл майҙанда йөрөнөк, иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Беҙ барған мәлдә, йәғни 1988 йылда, Цемена ауылында 13 кенә өйҙә кеше йәшәй ине. Халыҡ күпләп ҡалаларға күсә, тинеләр. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ауылда ете генә кеше ҡалған булған. Әлбиттә, юҡҡа сығып барған ауылдар халҡы туғандар ҡәберлектәрен тулыһынса тәртиптә тота алмай, шуға күрә уларға иғтибар етешмәүе шунда уҡ күҙгә ташланды. 2025 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы, Цемена ауылы янындағы туғандар ҡәберлеген төбәк ҡарамағынан федераль ҡарамаҡҡа биреүҙәре хаҡында билдәле булды. Был яңылыҡ күңелгә бер аҙ йылылыҡ өҫтәне, сөнки ундай урындар онотолорға, ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш түгел. Ул – беҙҙең тарих, уларҙы тейешле кимәлдә тотоу, тәрбиәләү – беҙҙең атай-олатайҙар алдындағы изге бурысыбыҙ.
Был урындар ныҡ һаҙлыҡлы, тирә-яҡта урман. Атай үткән юлдар буйлап үтергә теләнем. Һаҙлыҡлы урындағы бер түмһәктән икенсеһенә баҫаһың, саҡ ҡына яҙлыҡһаң, билеңдән үләнле-ләмле һыуға сумаһың. Бына шул саҡта инде атайға һәм уның иптәштәренә ни тиклем ауыр шарттарҙа һуғышырға тура килгәнен йөрәгең менән аңлайһың.
Бына шулай, 45 йыл үткәс, 82 йәшлек әсәйемә – ирен, ә миңә атайымды барып күрергә насип булды. Эйе, ул йөрөгән ерҙәрҙә йөрөү, ул ерләнгән урынды күреү үҙе менән күрешкәндәй тәьҫир итте. Мин баҡҡан ағастарға, өйҙәргә, бәлки, ул да баҡҡандыр, мин баҫып торған ерҙә, бәлки, ғәзиз кешемдең дә эҙе ҡалғандыр... Туғандар ҡәберлегенә тыуған еренән алып килгән бер ус тупраҡты һалдыҡ.
Авторы - Әхмәт ЙӘНБӘКОВ.
Ырымбур өлкәһе.
Фотолар Ә. Йәнбәковтың шәхси архивынан.